Яңылыҡтар
24 Июля , 01:30

КӨЛӘМӘС. Юлда

   

КӨЛӘМӘС. ЮлдаКӨЛӘМӘС. Юлда
КӨЛӘМӘС. Юлда

Гаишник машинаны туҡтата:

- Бында 50 км билдәһе тора, ә һеҙ 95 км менән саптырып ултыраһығыҙ...

Ир:

-Юҡсы, 50 менән бара инем.

Ҡатыны:

- Ҡайҙан! 70 менән бара инең бит!

Ире күҙенең ағы менән ҡатынына ҡарай.

Гаишник машинаны ҡарай башлай:

- Артҡы фарағыҙ ҙа ватылған

Ир:

- Мин уныһын белмәнем.

Ҡатыны:

- Нисек инде белмәнең, ике аҙна элек әйттем бит!

Ир ҡатынына тағы ла асыулы ҡарай.

Гаишник:

- Ҡайышты ла ҡаптырмағанһығыҙ...

- Әле генә ысҡындырҙым.

Ҡатыны:

- Гел ҡаптырмай йөрөйһөң дә инде...

Иренең сабырлығы ҡалмай:

- Ауыҙыңды яп!

Гаишник:

- Ирегеҙ гел шулай тупаҫ һөйләшәме?

Ҡатын:

- Юууҡ, эсеп алһа ғына аҡырына башлай...

Йылмай!

Автор:
Читайте нас