Яңылыҡтар
24 Июля , 13:00

Мәләүез районында медицина десанты: өс меңгә яҡын кеше ярҙам алған

«Һаулыҡ поезы» Тамъян, Ҡыҙрай, Восточный, Иштуған, Һарыш, Хәсән һәм Александровка ауылында булды

Мәләүез районында медицина десанты: өс меңгә яҡын кеше ярҙам алғанМәләүез районында медицина десанты: өс меңгә яҡын кеше ярҙам алған
Мәләүез районында медицина десанты: өс меңгә яҡын кеше ярҙам алған

Был акция күптән үҙенең кәрәклеген иҫбатланы. Бында диагноз ҡуйыу ғына түгел, артабанғы дауалауға булышлыҡ итеү ҙә ҡаралған. «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» республика акцияһы сиктәрендә Мәләүез районының ете тораҡ пунктында күсмә медицина комплекстары эшен тамамланы. Ун көн эшләү дәүерендә врач-белгестәр 2846 кешене, шул иҫәптән 660 баланы ҡабул иткән.

Ауыл халҡының күсмә «дауахана» ла флюорография үтеү, ЭКГ эшләү, анализдар тапшырыу, ҡан баҫымын үлсәү мөмкинлеге булды. Уларҙың һаулыҡ торошон терапевт, педиатр, офтальмолог, хирург, нарколог, кардиолог, уролог, гинеколог, отоларинголог тикшерҙе. Белгестәр Мәләүез районы үҙәк дауаханаһынан.

Хакимиәт башлығы Зәбир Ғабдуллин табиптарға, фельдшерҙарға һәм лаборанттарға рәхмәтен белдерҙе. «Һаулыҡ поезы»  медицина ярҙамын һәр кешегә яҡыныраҡ итә, ә беҙҙең дөйөм бурыс - бының өсөн шарттар булдырыу. Диагностика сирҙе иҫкәртергә һәм ғүмерҙе оҙайтырға ярҙам итә», - тип билдәләне үҙенең сығышында Зәбир Таһирйән улы. Ул шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә Хакимиәттең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Тикшереүҙәр статистикаһы

Был осорҙа терапевтар - 251, кардиологтар - 221 кешенең һаулығын тикшергән. Педиатр 290 баланы, ә балалар неврологы 261 сабыйҙы ҡабул иткән.

Флюорографта бөтәһе 248 кеше тикшеренеү үткән, һигеҙ осраҡта үпкә патологияһы асыҡланған. 195 ҡатын-ҡыҙ маммография үтеп, туғыҙында шеш табылған.

Күмертау ҡалаһы (лучевая) диагностика бүлегенең рентген-лаборанты Лариса Ғүмәрова билдәләүенсә, пенсионерҙар ғына түгел, йәштәр ҙә һаулығына битараф түгел. Табиптар ҡатын-ҡыҙҙарҙа төрлө тығыҙлыҡтар тапҡан, иртә стадияларында уларҙы медикаментоз рәүештә бөтөрөргә мөмкин.

Хәүеф факторҙары асыҡланған

Скрининг һөҙөмтәләре буйынса 139 кешелә юғары ҡан баҫымы теркәлгән, 253 ауыл кешеһенең артыҡ кәүҙә ауырлығы, 130 осраҡта холестерин кимәле күтәрелеүе теркәлгән һәм 47 кешенең ҡанда глюкоза кимәле юғары булыуы асыҡланған.

«Был мәғлүмәт статистика өсөн түгел, ә йөҙҙәрсә кешелә киләсәктә сир барлыҡҡа килеүен булдырмай, ваҡытында дауалауҙы күҙ уңында тота, - тине Мәләүез үҙәк район дауаханаһы баш врачы Илмир Ҡотлоғужин. - Һаулығына хәүеф янаған пациенттар диспансер иҫәбенә алына, артабан диагнозды өйрәнеү һәм дауалау тактикаһын һайлау өсөн үҙәк район дауаханаһына өҫтәмә тикшереүгә ебәрелә».

Ҡатын-ҡыҙ һаулығы тураһында хәстәрлек

Ҡатын-ҡыҙҙар кабинетында күҙәтеү креслоһы һәм анализдар алыу өсөн бөтәһе лә бар, акушер-гинеколог Минира Абдулова төрлө йәштәге кешеләрҙе, шул иҫәптән ололарҙы ла ҡабул иткән. Бында ҡатын-ҡыҙҙар күберәк профилактик тикшеренеү өсөн килгән.

«Бөтәһе лә тикшерелергә тырыша, - ти Минира Рәхмәт ҡыҙы. - Тикшереүҙәр барышында төрлө ауырыу, атипик күҙәнәктәр һәм дисплазия асыҡлана. Бынан тыш, миома һәм ҡатын-ҡыҙҙың эске органдары түбәнәйеү осраҡтары йыш теркәлә». 

Бындай пациенттарға оператив һәм өҫтәмә тикшереүҙәр үтергә тәҡдим ителә.

«Бөгөн икәүһен УЗИ-ға ебәрҙек, - ти врач. - Ваҡытында ярҙам күрһәтеү өсөн барыһын да бер юлы эшләргә тырышабыҙ».

Ҡатын-ҡыҙ һаулығын хәстәрләү - медицина белгестәре эшенең мөһим өлөшө. Тап ошондай тикшереү ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡларға һәм ваҡытында дауалауҙы башларға ярҙам итә. Яман шеш ауырыуын иртә диагностикалау - иғтибар үҙәгендә. Анализдар Мәләүез һәм Күмертау ҡалалары лабораторияларына ебәрелә.

«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы Башҡортостанда ғүмер оҙайлығын һәм сифатын күтәреү буйынса системалы эштең бер өлөшө. Бындай проекттар медицина ярҙамын хатта иң алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәргә лә урында алыу мөмкинлеге бирә, был Һаулыҡ Һаҡлау милли проектының маҡсаттары ошоно күҙ уңында тота.

Мәләүез районында медицина десанты: өс меңгә яҡын кеше ярҙам алған
Мәләүез районында медицина десанты: өс меңгә яҡын кеше ярҙам алған
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас