Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
28 Июль , 04:00

Башҡортостанда бер АЗС ҡына эшләгән райондар

Башҡортостанда яғыулыҡ баҙарында хәл еңелдән түгел, әммә контролдә тотола, тип билдәләне БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин брифингта. Оперштаб мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе Өфөнөң мониторинг алып барылған 31 яғыулыҡ-ҡойоу станцияһында 380 автомобиль булған, ә бер аҙна элек 1100 машина иҫәпләнгән.

Башҡортостанда бер АЗС ҡына эшләгән райондарБашҡортостанда бер АЗС ҡына эшләгән райондар
Башҡортостанда бер АЗС ҡына эшләгән райондар

«Өфөлә хәлдең нормалләшеүе ҡыуаныслы, әммә ул идеаль түгел. Әммә ҡайһы бер муниципалитеттарҙа проблемалар бар, айырыуса бер заправка эшләгән биләмәләрҙә», — тип билдәләне министр урынбаҫары.

Эдуард Мостафин юлға сыҡҡан водителдәр республика буйлап маршруттарын алдан билдәләһен өсөн ошо ҡалаларҙы һәм райондарҙы һанап үтте: Ағиҙел, Межгорье, Асҡын, Балаҡатай, Балтас, Мишкә, Ҡариҙел, Йәрмәкәй, Федоровка, Миәкә, Благовар, Баҡалы, Стәрлебаш, Ейәнсура райондары.

Фото һәм материал: Башинформ.

Автор:
Читайте нас