Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
28 Июль , 03:21

Башҡортостанда социаль льгота алыуҙың яңы форматы ғәмәлгә ашырыла

Башҡортостан Ростов һәм Төмән өлкәләре менән берлектә «Мир» банк карталары аша социаль льготалар биреү буйынса пилот проектына инде. Был хаҡта Рәсәй хөкүмәтендә белдерҙеләр.

Башҡортостанда социаль льгота алыуҙың яңы форматы ғәмәлгә ашырылаБашҡортостанда социаль льгота алыуҙың яңы форматы ғәмәлгә ашырыла
Башҡортостанда социаль льгота алыуҙың яңы форматы ғәмәлгә ашырыла

Яңы механизмды 1 августан һынау башлана. Был күп балалылар, пенсионерҙар, инвалидтар, студенттар тормошон еңеләйтергә тейеш. Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетта теркәлгән «Мир» картаһы менән йәмәғәт транспортында, театр-музейҙарҙа, дарыуханаларҙа һәм аҙыҡ-түлек магазиндарында түләгәндә был ташламалар автоматик рәүештә ҡулланыла.

РФ вице-премьеры — хөкүмәт аппараты етәксеһе Дмитрий Григоренко һүҙҙәренсә, инициативаның төп маҡсаты — барлыҡ ярҙам сараларын алыу өсөн берҙәм һәм уңайлы сервис булдырыу. «Мир» картаһы артыҡ шәхси мәғлүмәттәр тапшырмай ғына льготаны раҫлаған төп идентификаторға әүерелә. Ҡағыҙ таныҡлыҡтар талап ителмәй.

«Әгәр барыһы ла уңышлы килеп сыҡһа һәм граждандарға оҡшаһа, проектты бөтә илгә таратабыҙ. Беҙ төрлө коммерция компанияларын да йәлеп иттек, улар аҙыҡ-түлек магазиндарында, дарыуҙар һатып алғанда һәм башҡа ташламалар яһай. Төп идентификатор – банк картаһы, — тине Григоренко.
Фото һәм материал: Башинформ.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас