

Йәйге эҫе көндә һыу ятҡылыҡтары халыҡ күпләп ял иткән урындарҙың береһенә әйләнә. Тик һыуҙа ял итеү күңелле генә түгел, хәүефһеҙ ҙә булырға тейеш. Һәр кеше һыуҙа үҙен дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләрен һәм хәүефһеҙлек сараларын белергә һәм теүәл үтәргә бурыслы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу инеүгә бәйле бәхетһеҙлек осраҡтары кәмемәй.
Бөгөн ҡала хакимиәте башлығы Андрей Васин, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика Үрге Ағиҙел бәләкәй суднолар буйынса өлкән дәүләт инспекторы Алексей Сорокин ҡатнашлығында ойошторолған рейд барышында ҡалаға яҡын һыу ятҡылыҡтарындағы хәүефһеҙлек саралары тикшерелде, ял итеүселәр төп ҡағиҙәләр менән танышты.
Автор фотолары.