Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
28 Июль , 03:00

Ял көндәрендә республика йылға-күлдәрендә 11 кешенең ғүмере өҙөлгән

Уҙған ял көндәрендә республикала 11 кеше, шул иҫәптән бер бала һыуға батып үлгән. Фажиғәле хәлдәр Әлшәй, Стәрлебаш, Учалы, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Өфө райондарында һәм Нефтекамала теркәлгән. Ике кеше ҡотҡарып ҡалынған, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Ял көндәрендә республика йылға-күлдәрендә 11 кешенең ғүмере өҙөлгәнЯл көндәрендә республика йылға-күлдәрендә 11 кешенең ғүмере өҙөлгән
Ял көндәрендә республика йылға-күлдәрендә 11 кешенең ғүмере өҙөлгән

Эскән килеш һыуға төшөргә, балаларҙы йылға-күл буйҙарында ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай, тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола. Һыу инеү өсөн ҡотҡарыусылар булған рәсми урындарҙы ғына һайларға кәңәш ителә.

Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә тәүлек эсендә граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусыларының 31 кешене һыуҙан сығарыуы тураһында яҙғайны.

Фото һәм материал: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас