Яңылыҡтар
31 Июля , 11:00

Мәләүездең иҫке зыяратында өмә үтте

Изге урын һаналған зыяратты тәрбиәләп тороу һәр кемдең намыҫ эше булып тора.

Мәләүездең иҫке зыяратында өмә үттеМәләүездең иҫке зыяратында өмә үтте
Мәләүездең иҫке зыяратында өмә үтте

Бөгөн ҡаланың иҫке зыяратын тәртипкә килтереү буйынса сираттағы өмә ойошторолдо. Унда район-ҡала хакимиәттәре вәкилдәре, ойошма һәм предприятиелар хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Кемдер бензобысҡы менән ауған ағастарҙы киҫте, берәүҙәр балта менән ҡороған ботаҡтарҙы сабып өйҙө, икенселәр ҡоро үләндәрҙе тырмаланы  - ҡыҫҡаһы эш гөрләп торҙо. 

Бергәләп тотонғас, эш ырамлы барҙы. 

Зыярат сүп-сарҙан, ҡороған ағастарҙан, сыбыҡ-сабыҡтан таҙартылғас, байтаҡ йыл ҡарауһыҙ ҡалған, ағас баҫып киткән ҡәберлектәр "асылып" ҡалды. 
"Мәңгелек йорт" бөхтәлеге, таҙалығы менән айырылып торһа, йәшеллеккә күмелеп ултырһа, ниндәй күркәм буласаҡ, күңелдәрҙә лә тыныслыҡ урынлашыр.

Автор фотолары. 

Мәләүездең иҫке зыяратында өмә үтте
Мәләүездең иҫке зыяратында өмә үтте
Мәләүездең иҫке зыяратында өмә үтте
Автор:
Читайте нас