

Бөгөн ҡаланың "Йәшлек" йәштәр үҙәгендә район-ҡала спортына нигеҙ һалған спортсылар йәш быуын вәкилдәре менән осрашты. Ике яҡ өсөн дә ҡыҙыҡлы, йәштәр өсөн фәһемле булған аралашыу барышында спортҡа бәйле мауыҡтырғыс тарихтар ҙа яңғыраны.
Спорт легендалары үҫеп килеүсе быуынға үҙ кәңәштәрен бирҙе, оло маҡсатыңа табан юл ярғанда бер ҡасан да бирешмәҫкә өндәне.
Сара хаҡында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында.
Автор фотолары.