

Бөгөн махсус комиссия тарафынан район-ҡала мәктәптәре һәм балалар баҡсаларының яңы уҡыу йылына әҙерлеге тикшерелде. Сарала район мәғариф бүлеге начальнигы Алик Сатлыҡов та ҡатнашты.
Комиссия ағзалары төп иғтибарҙы хәүефһеҙлек сараларына, төҙөкләндереү эштәренә һәм бинаның техник торошона, туҡланыу урындарында санитар талаптарҙың үтәлеүенә йүнәлтте.
Комиссия тарафынан тикшереү барлыҡ белем биреү учреждениеларында ла үтә.
Автор фотолары.