Көнгәк
+22 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Августа , 05:26

Ауыл усаҡтары һүнмәһен

Йәй - һағынышлы осрашыуҙар, күрешеүҙәр мәле. Хәсән ауылының Ағиҙел урамында үткән сағыу байрам ауылдаштарҙың ошо күңел ихтыяжын тултырҙы, матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Ауыл усаҡтары һүнмәһенАуыл усаҡтары һүнмәһен
Ауыл усаҡтары һүнмәһен

Был урамды өлкәнерәктәр Ҡапсыҡ урамы тип тә йөрөтә. Элек унда өс таш келәт булған, ат менән унда тоҡ-ҡапсыҡ тултырып, иген ташығандар. Шуға ла уға шундай атама биргәндәр тигән фараз бар. Әлеге ваҡытта бер таш келәт ҡалған.

Был урамда 11 йорт, йәйен ата йортона ҡайтып тороусылар бар. Улар көҙгә тиклем ҡош-ҡорт үрсетеп, баҡса үҫтереп йәшәй. Каникул осоронда шат балалар тауышына күмелә. Был урам халҡы татыулығы менән айырыла.
Байрам ошо урамда йәшәп мәрхүм булғандар рухына бағышлап доға ҡылыуҙан башланып китте. Фатиха Зиннурова Ҡөрьән сүрәләре уҡыны. Урам тарихына байҡау яһанылар, Илиза Йәнтилина үҙе ижад иткән шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Осрашыу табын артында байрам сәйе, сағыу сығыштар, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Төрлө уйын, ярыш та үткәрҙек. Һәр кем үҙенең хәтирәләре менән ихлас уртаҡлашты. “Ауылыбыҙ ҡото һүнмәһен- һүрелмәһен”, - тигән теләктә таралды байрамға килеүселәр.

Гөлгөнә ЙӘҒӘФӘРОВА.

Автор:
Читайте нас