

Ҡушымта аша:
— Башҡортостан Республикаһының МХО ветерандары ассоциацияһына теркәлергә;
— һуңғы яңылыҡтар менән танышырға;
— мөрәжәғәт ебәрергә;
— медицина, психологик һәм юридик ярҙам алырға;
— вакансиялар һәм буласаҡ саралар тураһында белергә;
— аралашырға мөмкин.
Ҡушымта ветерандар, дәүләт органдары, муниципалитеттар һәм эш биреүселәрҙе берләштереүсе майҙан.
Башҡортостан Рәсәйҙә проект ғәмәлгә индерелгән тәүге төбәк булып иҫәпләнә. Киләсәктә был тәжрибәне илдең башҡа төбәктәрендә лә ҡулланыу күҙаллана.