

Түңәрәк кенә бәхет
Ошо Ер шары.
Шуны аңлаған күңелем
Шундай юғары.
Шуны аңлаған аҡылым
Ниндәйен бейек!
Һис йоҡмай уға ваҡлыҡтар,
Йәберҙәр тейеп.
Ҡояшы лә көләс уның,
Айы ла яҡты.
Күргәнегеҙ бармы минең
Моңайған саҡты?
Моңайһам да яҡты моңом,
Сағыу күҙ нурым.
Түңәрәк бәхет – Ер шары,
Унда үҙ йырым!
Айзилә Мортаева.