Бер стакан балан еләген ҡайнар һыу менән бешекләргә, шунан иләк аша үткәреп, орлоҡтарын сығарырға. Пюреға ҡуйы ҡаймаҡ һымаҡ булһын өсөн бер аҙ крахмал өҫтәргә. Битлекте биткә һөртөргә һәм 20 минуттан һуң һыу менән сайҡатырға.
Балан - үҙенсәлекле еләк, ул тирене ҡартайыуҙан һаҡлай, уның һығылмалылығын яҡшырта. Битлек бөтә тире төрҙәренә лә яраҡлы.