Көнгәк
+6 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Сентября , 13:00

Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған конференция ойошторола

7 октябрҙә «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә Башҡортостан Республикаһында Ҡурай көнөнә һәм күренекле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция була.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған конференция ойошторолаӨфөлә Ҡурай көнөнә арналған конференция ойошторола
Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған конференция ойошторола

Ҡурай көнө – республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 10 октябрҙә булдырылған байрам. Башҡортостанда тәүге тапҡыр 2025 йылда билдәләнде.

Программа сиктәрендә пленар сессия, Хәйбулла районынан Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музейҙың күргәҙмәһе, тематик күргәҙмәләр, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

Сарала БР Ҡурайсылар союзы рәтен тулыландырыу планлаштырыла – традицияларҙы һаҡлаусылар үҙҙәренең беренсе танытмаларын аласаҡ.

Автор:
Читайте нас