Яңылыҡтар
25 Сентября , 08:20

Аҙналыҡ йондоҙнамә (28 сентябрь - 4 октябрь)

    

Аҙналыҡ йондоҙнамә  (28 сентябрь - 4 октябрь)Аҙналыҡ йондоҙнамә  (28 сентябрь - 4 октябрь)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (28 сентябрь - 4 октябрь)

Ҡуҙы
Һеҙҙе иҫ киткес идея көтә, әммә уны тормошҡа ашырыуға һуңыраҡ тотона­саҡ­һығыҙ. Иғтибарҙы ыңғай яҡҡа йү­нәл­тегеҙ һәм һәр хәлдең яҡшы яғын эҙ­лә­геҙ.

Буға
Ижади мөмкинлекте асыу өсөн шәп мәл. Һеҙ­ҙең әүҙемлек һәм көсөгөҙ иң юғары нөк­тәлә, шуға күрә идеяғыҙҙы баш­ҡа­лар менән дә уртаҡлашығыҙ.

Игеҙәктәр
Маҡсатҡа ирешер өсөн ҡурҡыуҙы еңергә тура киләсәк. Уңай­лыҡ зонаһы сигенән сығырға әҙер булы­ғыҙ. Был ныҡлы дуҫлыҡ йәки сағыу ро­ман баш­лау өсөн бик яҡшы ваҡыт.

Ҡыҫала
Киләсәгегеҙҙе билдәләйәсәк аҙым яһаясаҡ­һығыҙ. Намыҫлы, ныҡлы булыуығыҙҙы ти­рә-яҡ­тағылар ҙа хуплар. Ныҡышма­лыҡ һәм сабырлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирер.

Арыҫлан
Һөнәри үҫеш көтә. Шуға күрә тәүәккәл һәм әүҙем эш итегеҙ. Ғаиләгеҙгә ваҡыт һәм иғтибар бүлергә онотмағыҙ.

Ҡыҙ
Осорҙо ҡаҙаныштарығыҙҙы барлауға, планлаштырыуға бағышлағыҙ. Тыныс мө­хит ки­­ләсәк­кә ышаныс тыуҙырыр­ға яр­­ҙам итә­сәк. Аҙна хис-тойғоға, ро­ман­тикаға бай булырға вәғәҙә итә.

Үлсәү
Дөрөҫ ҡарар менән бөтә ауырлыҡты еңеп сы­ғырға мөмкин. Йондоҙҙар иҫкәртә: тот­ҡарлыҡ булыуы ихтимал, әм­мә улар холоҡ-­фи­ғелде нығыта­саҡ ҡы­на.

Саян
Яңы кешеләр менән аралашыу көтө­лә. Алтын урталыҡ һаҡларға тырышығыҙ, сөнки һөнәри уңыш ошо кешеләргә бәйле. Спорт менән шө­ғөлләнеүгә ваҡыт бүлегеҙ, был һеҙгә көс өҫтәр.

Уҡсы
Көс-ҡеүәт арта. Күптән йыйылған эш­­­те еңел хәл итерһегеҙ. Яңылыҡ кө­­тө­гөҙ, улар шәхси тормошҡа яҡшы үҙгәреш кил­терер.

Ылаҡ
Бергәләшеп эш итеү ғаиләгеҙҙе берләштерәсәк. Кистәрҙе яҡын кешегеҙ менән үткәрегеҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән аралашыуҙа тынысыраҡ булығыҙ, улар киләсәктә файҙа килтерә ала.

Һыуғояр
Үҙегеҙ контролдә тота алған әйбер­ҙәргә иғтибар итегеҙ. Был артыҡ борсолоуҙан һаҡлай һәм яҡшы һөҙөмтә бирә. Эске таяныс эҙ­ләгеҙ һәм тирә-яҡтағыларға үҙ фекере­геҙ менән идара итергә рөхсәт итмәгеҙ.

Балыҡ
Эске азатлыҡ һәм яҡтылыҡ осоро. Һеҙ ғәҙәти әйберҙәрҙе яңы яҡтан күрә башларһығыҙ. Яңы танышлыҡ ҡыҙыҡлы уйҙар бирәсәк.

Автор:
Читайте нас