Көнгәк
-1 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
19 Октября , 11:00

Ноябрҙә нисек ял итәбеҙ?

4 ноябрь-Халыҡтар берҙәмлеге көнө-байрам көнө буласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ноябрҙә нисек ял итәбеҙ?Ноябрҙә нисек ял итәбеҙ?
Ноябрҙә нисек ял итәбеҙ?

- Быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнө аҙна уртаһына тура килә, шуға күрә байрамда ғына ял итәсәкбеҙ. Был биш көнлөк һәм алты көнлөк эш аҙнаһы булған хеҙмәткәрҙәргә ҡағыла, — тип аңлатты БР Дәүләт Хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова. - Шишәмбе, 3 ноябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Әгәр хеҙмәткәр 4 ноябрҙә отпуск ала икән, ял бер көнгә оҙайтыла. Эшләмәгән байрам көнөндә мәшғүл булған бөтә хеҙмәткәрҙәр өсөн икеләтә эш хаҡы ҡаралған. 4 ноябрь ял көнө булған хеҙмәткәрҙе эшкә йәлеп итеү уның яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә ҡайһы бер осраҡтарҙан тыш, түләү икеләтә күләмдә башҡарыла йәки ял бирелә. Әгәр тейешле бойороҡ һәм уның яҙма ризалығы булмаһа, хеҙмәткәр ял көндәрендә эштән баш тартырға хоҡуҡлы.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас