Еңеү монументы 1954 йылда Еңеү майҙанында Икенсе донъя һуғышы йылдарында алышҡан Ҡыҙыл Армия яугирҙары һәм партизандар батырлығы иҫтәлегенә ҡуйыла. Бейеклеге яҡынса 40 м булған һәйкәл һоро гранит менән тышланған. Обелиск постаментының дүрт ҡыры белорус скульпторҙары эшләгән бронза горельефтар менән биҙәлгән. Монумент Еңеү ордены һүрәте менән тамамлана. 1961 йылдың июлендә обелиск эргәһендә Мәңгелек ут тоҡандырылған.
Монумент ер аҫтынан ҡулсалы урау галерея менән уратып алынған, ул һуғыш йылдарында һәләк булған геройҙарға арналған түңәрәк мемориаль зал менән тоташа. Уртаһында Мәңгелек хәтер уты символы – эске яҡтан яҡтыртылған, художестволы быяланан эшләнгән венок – урынлашҡан.
Сығанаҡ:https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/189753.html