Көнгәк
+5 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 80 йыл
30 Июля 2025, 10:40

Мәләүезгә Руслан Хәбибов килде

Бөгөн районға сираттағы эш сәфәре менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - республиканың спорт министры Руслан Хәбибов килде.

Мәләүезгә Руслан Хәбибов килдеМәләүезгә Руслан Хәбибов килде
Мәләүезгә Руслан Хәбибов килде

Бөгөн районға сираттағы эш сәфәре менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - республиканың спорт министры Руслан Хәбибов килде.

Етәксе ҡатнашлығында Республика Башлығы ҡарамағындағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы уҙҙы. 

Уның барышында муниципалитеттарҙа башҡарылған эш тураһында Мәләүез, Федоровка, Күгәрсен райондары хакимиәт башлыҡтарының, шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһаринаның сығышы тыңланды.

 - Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Беҙ яу ҡырынан ҡайтҡан һәр яугирҙең йәшәйешен, уларҙың яҡындарына ниндәй ярҙам кәрәклеген беләбеҙ. Геройҙарыбыҙ хаҡында хәстәрлек күреү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - тине Руслан Таһир улы. 

Артабан ул район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин менән бергә граждандарҙы ҡабул итте. Мөрәжәғәт итеүселәр үҙҙәрен борсоған төрлө һорау менән килгәйне. Улар башлыса хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәр, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүгә ҡағылышлы булды. Һәр мөрәжәғәт шәхси контролгә алынды.

 - Мотлаҡ ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ. Көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләрбеҙ, - тип белдерҙе етәкселек.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары райондың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә лә булды. 

Республиканың спорт министры райондағы эш сәфәрен урындағы "Толпар" ат-спорт комплексында тамамланы. Руслан Таһир улы унда башҡарылған ремонт эштәре, хәл итәһе мәсьәләләр менән танышты, спортсылар һәм уларҙың ата-әсәләре менән аралашты.

Эшлекле сәфәр барышын тулы күләмдә гәзиттең 31-се һанында яҡтыртырбыҙ.

Л. Хәйруллина фотолары. 

 

 

 

 

 

Мәләүезгә Руслан Хәбибов килде
Мәләүезгә Руслан Хәбибов килде
Мәләүезгә Руслан Хәбибов килде
Мәләүезгә Руслан Хәбибов килде
Мәләүезгә Руслан Хәбибов килде
Мәләүезгә Руслан Хәбибов килде
Мәләүезгә Руслан Хәбибов килде
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас