Йыл һайын яңы уҡыу йылы башланыр алдынан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтә. Унда уҙған йылға йомғаҡ яһала, киләсәккә маҡсат, бурыстар билдәләнә.
Быйыл да район-ҡала белем биреү учреждениелары педагогтары ҡала мәҙәниәт һарайына йыйылды. Унда йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаған, ирекмәнлек йүнәлешенең яуҙағыларҙы хәстәрләүгә йүнәлтелгән бай йөкмәткеле күргәҙмәләре, майҙансыҡтар сарала ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Август кәңәшмәһендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Республикаһы Спорт министры урынбаҫары Игорь Ермилов, район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин, район Советы рәйесе Кәрим Сәғитов, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, көс структуралары, күҙәтеү органдары вәкилдәре, белем биреү учреждениелары етәкселәре, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, мәғариф идаралығы белгестәре, хеҙмәт ветерандары, йәш уҡытыусылар ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусылар Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министры Сергей Кравцовтың ҡотлауын тыңланы.
Район хакимиәте етәксеһе үҫеп килеүсе быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә тырышлыҡ һалғандарҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
- Белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелеүе - ул киләсәгебеҙгә ныҡлы ышаныс. Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары бөтә уңайлы шарт һәм заманса техника менән тәьмин ителә, уҡытыусылар командаһы яңы белем биреү маҡсаттарына әҙер. Был - балалар ҡаҙаныштары һәм үҫеш өсөн нигеҙ булып тора һәм ошо фекер менән беҙ бергә көслөрәк белем мөхитен булдырабыҙ, - тине Зәбир Таһирйән улы.
Алик Сатлыҡов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы мәғариф өлкәһе эше, уҙған йыл һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, яңы 2025-2026 уҡыу йылына яңы бурыстар билдәләне.
Август кәңәшмәһендә мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының һәм башҡа мәғариф учреждениеларының эшенә йомғаҡ яһалды, уларҙың яңы уҡыу йылына әҙерлеге билдәләнде, иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән педагогтар, белем биреү учреждениелары тәбрикләнде.
Уҡытыу-тәрбиә өлкәһендә яңы ҡаҙаныштары һәм уңыштары менән билдәләнгән бер төркөм педагог Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәғариф һәм фән, Спорт, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлыҡтары, халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы президиумы, район хакимиәте Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың Рәхмәт хатына һәм иҫтәлекле бүләгенә лайыҡ булды.
Быйыл «Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы» билдәһе 3-сө гимназияның урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ольга Гусева һәм 8-се мәктәптең уҡыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Олеся Игнатьеваға тапшырылды.
Сара барышында район-ҡала мәктәптәрендә эш башлаясаҡ йәш белгестәр ҙә тәбрикләнде.
Педагогтарҙың август кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар 2025-2026 уҡыу йылының уңышлы һәм һөҙөмтәле булыуын теләп таралышты.
Автор фотолары.