Көнгәк
+5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
10 Октябрь 2025, 11:05

Тыуған көнөң менән, Башҡортостан!

Бөгөн Мәләүездә оло байрам - Республика көнө айҡанлы саралар үтә. Район-ҡала халҡы тарихи үткәнде, бөгөнгөнө һәм киләсәкте бәйләгән байрамды киң билдәләй. 

Тыуған көнөң менән, Башҡортостан!
Тыуған көнөң менән, Башҡортостан!

Бөгөн Мәләүездә оло байрам - Республика көнө айҡанлы саралар үтә. Район-ҡала халҡы тарихи үткәнде, бөгөнгөнө һәм киләсәкте бәйләгән байрамды киң билдәләй. 

Төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән датаға бағышланған саралар бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә үк башланды.

Район-ҡала хакимиәттәре, ойошма һәм предприятие етәкселәре, урындағы йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында "Мәңгелек ут" һәйкәленә сәскә һалынды. 

Сарала абруйлы ҡунаҡтар – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рамазан Рамазанов, Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илшат Сәйетов, район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин, район Советы рәйесе Кәрим Сәғитов, ҡала биләмәһе башлығы Олег Воробьев һәм башҡалар ҡатнашты.

Артабан Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы сиктәрендә ҡаланың "Дан бульвары"н һәм "Һуғыш балаларына һәйкәл" асыу тантанаһы үтте. 

Бульвар быйыл «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелде.
 
Һәйкәл композицияһын яҡташыбыҙ, РФ һәм БР рәссамдар Союзы ағзаһы, скульптор Игорь Павлов эшләгән. Балаларҙың йыйылма образынан яһалған эскиз урындағы «һуғыш балалары» ойошмаһы ағзалары тарафынан хуплау таба.
- Был һәйкәл ауыр һынауҙарға дусар булған кешеләргә хөрмәт күрһәтеү. Бала сағҡ йылдары аслыҡ, баҫыуҙа һәм завод-фабриаларҙа эшләп, етемлек әсеһе татыған, емерек тормош күргәндәрҙең ҡаһарманлығын оноторлоҡ түгел, - тине Зәбир Таһирйән улы.
Һәйкәлде асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллинға һәм «һуғыш Балалары» ойошмаһы рәйесе Ғәлиә Кәримоваға бирелде. Сарала ҡатнашыусылар яңы һәйкәлгә сәскәләр һалды, фронтта һәм тылда Еңеүҙе яҡынайтҡанҡандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
 

 

Тыуған көнөң менән, Башҡортостан!
Тыуған көнөң менән, Башҡортостан!
Тыуған көнөң менән, Башҡортостан!
Тыуған көнөң менән, Башҡортостан!
Автор: Лена Хайруллина
Читайте нас