Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
3 Декабрь , 18:05

3 декабрь - Билдәһеҙ һалдат көнө

Быйыл беҙҙең илдә Билдәһеҙ һалдат көнө 12-се тапҡыр билдәләнә.

3 декабрь - Билдәһеҙ һалдат көнө
3 декабрь - Билдәһеҙ һалдат көнө

Быйыл беҙҙең илдә Билдәһеҙ һалдат көнө 12-се тапҡыр билдәләнә. Ул Бөйөк Ватан һуғышында, төрлө йылдарҙағы хәрби хәрәкәттәр барышында һәләк булған Рәсәй яугирҙәре хөрмәтенә булдырылған.

Бөгөн иҫтәлекле дата айҡанлы «Мәңгелек ут» һәйкәле янында илһөйәрлек сараһы үтте. Сарала ҡаланың 4-се мәктәбе кадеттары, эҙәрмәндәр, Юрий Тукмаков етәкселегендәге «Айыу» хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре, йәш армиясылар, ирекмәндәр, йәштәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

 4-се мәктәп уҡытыусыһы, Маршал Жуков исемендәге эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Юрий Тукмаков үҙ сығышында мөһим датаның әһәмиәтен билдәләне.

Сарала ҡатнашыусылар, һәйкәлгә сәскә һалып, ҡабынған шәмдәр ҡуйҙы, яу ҡырында батырҙарса һәләк булған Ватан һаҡсыларын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Ил именлеге өсөн көрәшеп, тарих битенә билдәһеҙ һалдат булараҡ теркәлһә лә, бер яугир ҙә онотолмай. Уның ғүмере тереләр хәтерендә дауам итә.

Автор фотолары.

3 декабрь - Билдәһеҙ һалдат көнө
3 декабрь - Билдәһеҙ һалдат көнө
Автор: Лена Хайруллина
Читайте нас