Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
3 Декабрь , 09:02

ЕПШЕК ҠАР ҺӘМ ТОМАН

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шаршамбы, 3 декабрҙә, аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Урыны менән бер аҙ епшек ҡар, боҙлауыҡ, юлдарҙың айырым участкалары тайғаҡ булыуы, төндә һәм иртән томан көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫә.

Һауа температураһы төндә +1, -4°, аяҙытҡанда -9° тиклем, көндөҙ -3, +2°.

Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртән томан ваҡытында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк.

БАШИНФОРМ.

ЕПШЕК ҠАР ҺӘМ ТОМАН
ЕПШЕК ҠАР ҺӘМ ТОМАН
Автор:
Читайте нас