Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
4 Декабрь , 14:32

“Көттөрөп тә ҡайта алмаһам, кисер, әсәй”

Балаҡайҙар, әсәйҙәр бит һеҙҙе көтә...

“Көттөрөп тә ҡайта алмаһам, кисер, әсәй”
“Көттөрөп тә ҡайта алмаһам, кисер, әсәй”

Миңзәлә Шаһманова Яңауыл ауылында ябай колхозсылар Мәрзиә һәм Зиннур  Ғиззәтуллиндар ғаиләһендә донъяға килгән. Бала саҡтан ауыл фермаһында әсәһенә мал тәрбиәләшеп, хеҙмәт тәрбиәһе ала. Мәктәптән һуң  төрлө урында эшләй. 1981 йылда Радик Шаһманов менән ғаилә ҡороп, Рөстәм улдарына ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормоштары килеп сыҡмай, сабыйҙарына йәш тулмай, ғаилә тарҡала. Миңзәлә ауырлыҡтарға бирешмәй, ошо мәлдә үҙендә яңынан йәшәргә, тормош башларға көс таба. Шәрип ауылы егете  Рифат менән ғаилә ҡороп, икенсе никахтан бөгөн ныҡлы терәге, кәңәшсеһе булған Рәзилә ҡыҙы донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире фажиғәле рәүештә вафат була.

Бында ауыл фермаһында эшләй Миңзәлә Зиннур ҡыҙы. Социалистик план, йөкләмәләр осорон берләштергән йылдарҙағы тиҫтерҙәре Зәниә Иҫәнъюлова, Миңъямал Иҫәнъюлова, Гөлнур Ҡотлобулатова, Зөбәржәт Иҫәнъюлова, Закира Байгилдина, Рәсилә Ғайсина менән бөгөн дә аралашырға форсат таба. Утыҙлаған һыйыр һауып, һөтөн ҡул көсө менән ташыған, эшкәрткән, тәүлектең күп осорон шунда уҙғарҙан йылдарҙы хәтерҙән юйып ташлау мөмкин дә түгел.

Балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләй ҡатын.  Күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота, баҡса үҫтерә. Йорт тирәһендә бөтмәҫ эш-мәшәҡәттәр, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләшергә лә форсат таба ханым.

“Әсәй, ҡайтам мин!”

Ватаныбыҙ өсөн һынылышлы осор үҙ яйы менән тәгәрләгән донъяны селпәрәмә килтерә. Мәктәпте тамамлағас, улы Рөстәм ҡаланың 109-сы һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә. - Ихлас күңелле, ябай, кеше ҡайғыһын үҙенекеләй ҡабул итә белде улым, тип хәтерләй әсә күҙ йәшен һөртөп. – Йәше еткәс, һалдат шинеле кейҙе. Хеҙмәте Түбәнге Новгород тарафында ракета ғәскәрҙәрендә үтте. Унан яҙған хаттары ауылдаштары, туғандарына һағыныу сәләмдәре менән һуғарылыр ине. Нөгөш колхозында тракторҙа эшләне, аралашыусан, эшһөйәрлеге менән айырылып торҙо. Ауырлыҡтан ҡурҡманы, янындағыларға терәк булды. Салауат ҡалаһында Эске эштәр бүлегендә лә эшләп алды. Ошо ҡалала ғаилә ҡороп, киленебеҙ Рүзилә менән Данил исемле улға ғүмер бирҙеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләләре тарҡалды, ул быны ауыр кисерҙе. Тиҫтерҙәре күпләп вахта ысулы менән йөрөй башлағас, Себер тарафына юл тотто.

Ватаныбыҙ өсөн һынылышлы осор килеп еткәс, 2023 йылда беҙгә әйтмәй, ил мәнфәғәтен яҡлап, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөнө. Был турала беҙгә алдан әйтмәне, китергә бер нисә көн ҡалғас ҡына белгертте. Ҡарарына ҡаршы төшкәс: “ Минән дә йәш малайҙар китә, күптәре тормошто ла күрмәгән, донъя ҡороп өлгөрмәгән”, тигән ҡырҡа ғына яуабын ишеттем. Оҙатыу табынында ла өндәшмәне, күберәк беҙҙе тыңланы. Хәрби комиссариатҡа китер алдынан, ҡапҡа бағанаһына һөйәлеп, күҙҙәремә тура ҡарап: “Әсәй, ҡайтам мин. Көт, йәме” тине. Тегенән гел шылтыратып торҙо, бер ҙә зарланманы. Барыһы ла бар, көймәгеҙ, борсолмағыҙ тип тынысландырҙы. Улымдың телефондан тауышын ишетеү көндәремде  нурға күмә ине.

Фәрештәләре һаҡлап йөрөттөмө, бер ҙә яраланманы. Ниһайәт, 2024 йылдың авгусында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтам  тигәс, билет алып, ҡаршыларға әҙерләнә башланыҡ. Әммә мөһим операция көтөлә тип, ҡайтмаҫҡа булды һәм 8 сентябрҙә яуға инде. Ошо мәлдән мин көн дә Рөстәмемдән ҡош телендәй генә хәбәр, шылтыратыу көтөп йәшәнем. Көндәрем төнгә әйләнде. Әйтеүе, һөйләүе бер, бала ҡайғыһын кисереү иң ауыры. Хәрби частән хәбәрһеҙ юғалды тигән мәғлүмәт алғас,бәлки иҫәндер, яраланғандыр тигән өмөтөм бар ине. Әммә ул аҡланманы. Улымдың  батырҙарса һәләк булыуы тураһында рәсми мәғлүмәт алдыҡ. Бөгөн Рәзилә ҡыҙым менән Алик кейәүем минең өсөн төп терәк. Атаһының күсермәһе һымаҡ оҡшаған Данил ейәнем дә ҡайтып хәлемде белеп тора.

Хеҙмәттәштәре улымдың ҡул сәғәте, миҙалдары, шәхси кейемдәрен ебәргәндәр. Ҡосаҡлап-ҡосаҡлап илайым. Барыбер ҙә кешене өмөт йәшәтә. “Әсәй, ҡайтам мин” тигән һүҙҙәрҙе бушҡа әйтмәгән бит, мөғжизә булыр ҙа, ҡайтыр ҙа төшөр тигән өмөтөмдө һүрелтмәйем, - тип кисерештәре менән бүлеште яугир әсәһе.

Бөгөн юғалтыу ҡайғыһын кисергән әсәйҙәргә түҙемлек, сабырлыҡ теләйбеҙ. Бөтәһе лә яҡшы булһын, бирешмәйек.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

“Көттөрөп тә ҡайта алмаһам, кисер, әсәй”
“Көттөрөп тә ҡайта алмаһам, кисер, әсәй”
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас