Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
4 Декабрь , 15:30

Ҡотоштарға уңыштар теләйек

2026 йылға республикала урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттарын конкурс буйынса һайлап алыу башланды.

Ҡотоштарға уңыштар теләйек
Ҡотоштарға уңыштар теләйек
2026 йылға республикала урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттарын конкурс буйынса һайлап алыу башланды.
2026 йылда «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы Бөтә донъя банкы ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Хөкүмәте ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
 
Программа өлкә, муниципаль берәмектәрҙең бюджеттарының, физик һәм юридик шәхестәрҙең финанс ресурсын берләштерергә һәм уларҙы социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтергә мөмкинлек бирә. Халыҡтың башланғысы һыу менән тәьмин итеү, ҙур булмаған күпер, мәҙәниәт йорто, яҡтыртыу, төҙөкләндереү, балалар, спорт майҙансығы һәм башҡа мәсьәлә менән бәйле булыуы мөмкин. Был маҡсатҡа республика бюджетынан субсидия бүленгән (бер ауылға 1 200 000 һумға тиклем), уны конкурста еңеүсе ала аласаҡ.
 
Ҡотош ауылында халыҡ ҡатнашлығында алдан йыйылыш һәм мәҙәни-күмәк саралар үткәрелә.
Ауыл биләмәһе башлығы Илмир Уразинбәтов программаның нисек эшләүен аңлата. Халыҡтың һәм урындағы етәкселектең үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырыу буйынса тырышлығы, ҡыҙыҡһыныуы һәм дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерергә теләге булһа, ысын мәғәнәһендә, уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан ҡара ҡабул итә. Йомғаҡлау йыйылышында проектты тулыһынса хәл итергә кәрәк.
 
Халыҡ, урындағы бюджет һәм бағыусылар яғынан уны берлектә финанслауҙың күләмен тикшереү, шулай уҡ инициативалы төркөм ағзаларын һайлау талап ителә.
Фото архивтан.
Автор:
Читайте нас