Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
4 Декабрь , 16:05

Рәхмәт һеҙгә, әбеттәр!

Бөгөн мәрхәмәтле кешеләр махсус хәрби операция яугирҙәрен хәстәрләүҙе үҙ иңенә алып, улар өсөн кәрәк-яраҡ әҙерләүен дауам итә.

Рәхмәт һеҙгә, әбеттәр!
Рәхмәт һеҙгә, әбеттәр!

Бөгөн мәрхәмәтле кешеләр махсус хәрби операция яугирҙәрен хәстәрләүҙе үҙ иңенә алып, улар өсөн кәрәк-яраҡ әҙерләүен дауам итә. Күптәрҙең йорто кейем тегеү, майшәм ҡойоу, эш урыны ил һаҡлағандар өсөн ярҙам саралары етештереү цехына әйләнде. Аш-һыу әҙерләү бүлмәһендә күпләп туҡмас, һалма киҫелә, сәк-сәк, бауырһаҡ, сөсө икмәк бешерелә. Етеҙ ҡулдар хәрбиҙәр өсөн күпләп маскировка селтәре үрә.

Изге эштән райондың Әбет ауыл биләмәһе халҡы ла ситтә ҡалмай. Ил һаҡлаған көслө заттарға һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә ашыға.

Улар ир-егеттәргә тәғәйенләнгән сираттағы гуманитар ярҙамын оҙатты. Боһорман ауылы клубында төрлө кәрәк-яраҡ, оҙаҡ һаҡланыусы аҙыҡ-түлек тупланды. Биләмәнең уңған ҡатын-ҡыҙҙары Ҡотлобулат ауылында йәшәүсе Люциә Баязитованың өйөнә йыйылып, бергәләшеп сөсө икмәк бешергәйне.

Беҙҙең арала йәшәгән мәрхәмәтле кешеләрҙең һәр ҡайһыһына һоҡланырлыҡ һәм өлгө алырлыҡ.

Ил өҫтөнә төшкән һынауҙы берҙәмлек менән еңеп сығырға яҙһын.

Автор фотоһы. 

Автор: Лена Хайруллина
Читайте нас