Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
5 Декабрь , 05:05

Хәсәндәр матбуғатҡа яҙылды

«Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһында халыҡтың үҙ маҡсаты, тәҡдиме менән ҡатнашыуы - ауыл ерендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү менән бергә, уртаҡ көс менән булдырылғанға хужаларса һаҡсыл ҡараш та тәрбиәләй.

Берҙәм тырышлыҡ менән башҡарылған эш ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, тормош-көнкүреште яҡшыртыуға ҡоролған.

Программа сиктәрендә Аптраҡ биләмәһенә ҡараған Хәсән ауылында төрлө саралар, шул иҫәптән «Көнгәк» гәзитенә яҙылыу ойошторолдо.

Биләмә халҡы йыл һайын «Матбуғатҡа яҙылыу» акцияһында әүҙемлек күрһәтә.

Быйыл да район баҫмаһына яҙылыусылар байтаҡ.

Ауыл биләмәһенән «Изге подписка» акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр ғаиләләренә яҙылыу бүләк итеүселәр ҙә булды.  

Биләмә башлығы Фидан Юлтимеров әйтеүенсә, уларҙың проекты хуплау тапһа, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыласаҡ.

Хәсәндәрҙең изге башланғысы хуплау табып, маҡсаттары ғәмәлгә ашыуын теләйек.

Автор фотоһы. 

Автор: Лена Хайруллина
Читайте нас