Районда «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул халыҡтың башланғысы менән тораҡ пункттарҙы тәртипкә килтереүгә, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә булышлыҡ итә.
Йылдан-йыл программала ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең һаны ла, тәртипкә килтерелгән урындар ҙа арта бара, сөнки ул хәл итеүҙе талап итеп тә, оҙаҡ йылдар «ҡул теймәгән» мәсьәләләрҙең сиселешенә булышлыҡ итә.
21 ноябрҙә Әбет ауылында граждандарҙың икенсе алдан йыйылышы үткәрелде. Унда 2026 йылда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға ҡарар ҡабул ителде.
Унда 1 декабрҙә «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү - 2026» конкурсы буйынса йыйылыш ойошторолдо. Халыҡ бер тауыштан ауыл клубын ремонтлау буйынса проект тәҡдим итте.
Унда шулай уҡ конкурсҡа ярҙам итеү маҡсатында балалар һүрәттәре конкурсы үткәрелде.
Фото архивтан.