Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
9 Декабрь , 12:50

9 декабрь - Ватан Геройҙары көнө

Бөгөн Мәләүездә Ватан Геройҙары көнө айҡанлы илһөйәрлек саралары үтте.

9 декабрь - Ватан Геройҙары көнө
9 декабрь - Ватан Геройҙары көнө

Бөгөн Мәләүездә Ватан Геройҙары көнө айҡанлы илһөйәрлек саралары үтте.

Ҡаланың "Мәңгелек ут" һәйкәле янына район-ҡала хакимиәттәре, йәштәр хәрәкәте вәкилдәре, 4-се мәктәп кадеттары һәм йәш армиясылары, Маршал Г. Жуков, «Айыу» хәрби-патриотик клубы ағзалары, индустриаль колледждың кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре, ирекмән һәм ветерандар йыйылды.

Район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары подполковник Ринат Ғибәҙуллин, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Виктор Дмитриев һәм әүҙем йәмәғәтселәр Ватанды һаҡлаусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалды. Уҡыусылар шәмдәр ҡабыҙып ҡуйҙы. Сарала ҡатнашыусылар ил өсөн һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Йәштәр алдында эҙәрмәндәр отряды етәксеһе, 4-се мәктәп уҡытыусыһы Юрий Тукмаков сығыш яһаны. Ул ҡаһармандар батырлығын һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәклекте билдәләне.

Автор фотолары. 

Автор: Лена Хайруллина
Читайте нас