Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
12 Декабрь , 09:52

Донъя утта яндырып, һалҡында туңдырып сыныҡтырҙы

Исламғол ауылында тормоштоң әсе-сөсөһөн үҙ иңендә татыған оҙон ғүмерлеләр күп. Ябай, эшһөйәр, аралашыуға ашҡынып тора улар. Бөгөнгө мәҡәлә геройы – тирә-яғындағыларға аҡыллы кәңәше менән йәшәүгә йәм биреп, тормоштоң сәскә шәрбәте генә түгел, хеҙмәттә түгелгән әсе тир тәмен тойғанда ла йылмая белгән ағинәй Ғәлимә Бикбулатова.

Бала сағы Ҡотош ауылында күп балалы ғаиләлә, дини белемгә эйә яҡындары  янында үтә.

“Беҙҙе иркәләп үҫтермәнеләр, бәләкәйҙән эшләп өйрәндек. Көйәнтәләп һыу ташый, йылға буйына төшөп кер йыуа, усаҡ яғып ашарға әҙерләй инек. Ул заманда йәй эҫе, ҡышы сатнама һалҡын, ҡар-буранға бай, ә күңелдәребеҙ изгелеккә тулы булды. Һәр йортта унлап бала тәрбиәләнде. Ололар эшләне, беҙҙе дауалап, ауырый тип ҡосаҡлап ултырыусы булманы. Яҙғыһын ҡар  һыуы аға башлау менән ҡымыҙлыҡ, һарына, ҡаҡы йыйырға яланға сығыр инек. Атайым колхозлашыу осоронда, унан һуң да төрлө эштә йөрөнө.Әсәйем аш-һыуға оҫта булды, колхозсыларға мейес тултырып икмәк бешерҙе.

5-се класты тамамлағас, кейем булмау сәбәпле, артабан уҡыманым. Бәләкәйҙән кәүҙәгә сибек инем, шуға ҡарамаҫтан колхоз эшенән ҡалманым: мал аҙығы әҙерләүҙә лә ҡатнаштым,, фермала ла эшләнем. Нисәнсе йыл икәнен хәтерләмәйем, аяғым шеште лә, атлай алмай, аяҡтан ҡалдым. Яңы ғына хеҙмәттән ҡайтҡан Зиннәтулла ағайым тау башында үҫкән (аҡһырсаҡ тип хәтерләйем) үләнде алып, шуның боҫона ултыртты. Ошонан һуң аяҡҡа баҫтым.

17 йәшемдә Исламғол ауылы егете Хәкимйән яусы ебәрҙе. Әсәйем йәлләп, кейәүгә бирмәҫкә булды, егет тә сәмле булғандыр, ауыл муллаһына барып ризалыҡ ҡағыҙы яҙҙырып алған. Бына шулай йәшләй генә ҡайны-ҡәйнә йортона килен булып төштөм дә таштай баттым. Алты балаға ғүмер бүләк иттек. Аллаға шөкөр, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр. Ғүмер буйы иремдең ата-әсәһе менән йәшәнек, рәхмәт уларға, бәләкәстәребеҙгә күҙ-ҡолаҡ булдылар. Балаларыбыҙға дингә ҡыҙыҡһыныу уяттылар, кешеләргә ихлас, асыҡ йөҙлө булырға өйрәттеләр.

Хеҙмәт йылдарыбыҙ Нөгөш колхозының гөрләп эшләгән йылдарына тура килде, эштән ҡурҡманыҡ. Сөгөлдөр, һуған, кәбеҫтә хатта ҡарбузына тиклем үҫтерҙек. Хәкимйән балта оҫтаһы булды. Бөгөнгө йортто үҙ ҡулдары менән күтәрҙе. Тирә-яҡ ауылдарҙағы кирбес биналарға ла уның ҡул йылыһы һеңгән”, - тип хәтер һандығындағы хәтирәләрен барланы Ғәлимә инәй.

Бөгөн ул Исламғол ауылының хөрмәтле ағинәйе. Хәтере яҡшы, һәр кемде исем-шәрифе менән иҫләй. Беҙҙең баҫманы ла бер битен ҡалдырмай лупа ярҙамында тулыһынса уҡып сыға икән. Күптәр менән бергә донъяның тыныс түгеллегенә хафалана, ил етәкселәренең аҡыллы ҡарарына өмөтләнә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәшен, Тәлғәт улын юғалтыу ҡайғыһын да кисерә. Бөгөн ҡанат нығытҡан балалары төрлө яҡҡа таралышһа ла, ҡәҙерлеләре янына ҡайтып, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә.

 “Көнгәк” гәзитенең әүҙем уҡыусыһы Ғәлимә Бикбулатоваға беҙ ҙә ныҡлы һаулыҡ, тирә-яҡҡа күңел йылыһын ихлас өләшеп, тағы ла матур ғүмер байрамдарын ҡаршылауын теләйбеҙ. Оҙаҡ йәшә, ағинәй!

Донъя утта яндырып, һалҡында туңдырып сыныҡтырҙы
Донъя утта яндырып, һалҡында туңдырып сыныҡтырҙы
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас