Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
19 Декабрь , 13:00

Мәҡәлдәрҙә - халыҡ аҡылы

Ил ҡәҙерен белмәгән – башын юғалтҡан,Ер ҡәҙерен белмәгән – ашын юғалтҡан.

Дуҫынан айырылған ете йыл илар,
Иленән айырылған ғүмер буйы илар.
Ерҙең даны ирҙән.
Ерҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән.
Ерҙән айырылған елгә осор.
Ере байҙың – иле байыр.
Ерһеҙ кеше — илһеҙ кеше.
Икмәк – илдән, һыу – күлдән.
Ил барҙа сәпсек үлмәҫ.
Ил барҙа, ир хур булмаҫ, ир барҙа, ил хур булмаҫ.
Иле барҙың теле бар, теле барҙың иле бар.
Ил ирекһеҙ булһа, ир күрекһеҙ булыр.
Ил көйөнгәндә көйөн, ил һөйөнгәндә һөйөн.
Ил намыҫы хур итмәҫ.
Ил терәге – ир, ир терәге – ил.
Илгә бирһән ашыңды, ил ҡәҙерләр башыңды,
Эткә бирһәң ашыңды, эттәр талар башыңды.
Илгә ҡушылһаң – ир булырһың, илдән айырылһаң – хур булырһың.
Илдең биле ныҡ булһын, ирҙең күңеле туҡ булһын.
Илдең көнө ер менән.
Илдең эше ир муйынында, ирҙең эше ил ҡуйынында.
Илдә булһа үлмәҫһең, илһеҙ көнөң күрмәҫһең.
Иле берҙәмдең, көнө берҙәм.
Иленән биҙгән ир уңмаҫ, күленән биҙгән ҡаҙ уңмаҫ.
Ир аҡылы – бер алтын, ил аҡылы – мең алтын.

"Мәҡәлдәр" китабы

Мәҡәлдәрҙә - халыҡ аҡылы
Мәҡәлдәрҙә - халыҡ аҡылы
Автор:
Читайте нас