* Антарктидала кеше йәшәмәһә лә, халыҡ-ара телефон коды бар - 672
* 1979 йылдың 18 февралендә планетаның иң ҡоро урынында - Сахара сүллегендә ҡар яуа.
* Британия китапханаһында иң йыш урланылған китап - Гиннестың рекордтар китабы.
* Монако иленең милли оркестрында армияһына ҡарағанда кеше күберәк.
* 1983 йылда Ватика илендә бер бала ла тыумай.
* Африкалағы Нил йылғаһы ике тапҡыр туңа - IX һәм XI быуаттарҙа.
* Төньяҡ халыҡтары эскимостарҙа ҡарҙың 48 төрлө исеме бар.
* Инглиз яҙыусыһы Вирджиния Вульф күпселек әҫәрҙәрен аяғөстө яҙа.
* Актриса Сара Бернар 70 йәшендә лә 13 йәшлек Джульеттаны сәхнәлә уйнай.
* Айға осҡан астронавт Базз Олдриндың әсәһенең фамилияһы Муун - Ай булған.
* Аляска флагын 13 йәшлек малай уйлап тапҡан.
* Океан һыуының һәр бер литрында 0,02 миллиграмм алтын бар.
* Көн һайын донъя океаны өҫтөнән 1 триллион куб һыу парға әйләнә.
* Ямғырҙар - океан һыуҙарының парға әйләнеү һөҙөмтәһе.
* Дельфиндар еҫ һиҙмәй, шуға улар бөтөн нәмәне тәмләп ҡарай.
* Күпселек антибиотиктар бактерияларҙан эшләнә.
* Евразияны икегә бүлеп ятҡан Урал тауҙары Ер йөҙөндәге иң боронғо тауҙар системаһы тип иҫәпләнә. Уның оҙонлоғо 2600 километрҙан ашыу.
* Юйғыстың күк яғы ручканың яҙыуын юйыу түгел, ә ҡалын ҡағыҙҙағы ҡәләм эҙен бөтөрөү өсөн.Ботсванала һәм Зимбабвела көтөүселәр эт урынына дөйәғошто файҙалана.
* Кенияла йәшәүсе Кимани Маруге донъялағы иң өлкән уҡыусы булараҡ теркәлгән. Ул 1-се синыфҡа 84 йәшендә барған.
* Африкалағыи көн күреүсе ҡара мамба йыланы донъялағы иң етеҙе тип иҫәпләнә. Ул ерҙә сәғәтенә 20 километр тиҙлек менән шыуыша ала.