Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
2 Февраль , 14:20

Мәктәпкә ҡаһарман исеме бирелде

Бөгөн ҡаланың 5-се мәктәбенә Советтар Союзы Геройы Николай Пасов исеме бирелде. 

Мәктәпкә ҡаһарман исеме бирелде
Мәктәпкә ҡаһарман исеме бирелде

Бөгөн ҡаланың 5-се мәктәбенә Советтар Союзы Геройы Николай Пасов исеме бирелеү айҡанлы тантаналы сара үтте. Был уҡытыусылар коллективы һәм уҡыусылар өсөн генә түгел, район-ҡала өсөн мөһим ваҡиға.

Тантанала мәртәбәле ҡунаҡтар - район хакимиәте эштәре идарасыһы Илнур Мөлөков, район мәғариф идаралығы әйҙәүсе белгесе Жанна Ғәйетҡолова, 5-се мәктәп директоры Артем Лазарев, педагогтар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Сара барышында Николай Трофимовичтың батырлығы тураһында бик күп йылы һүҙ яңғыраны. Мәктәп уҡыусыларының ҡаһарман иҫтәлегенә арналған сығыштары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Герой исемен биреү уҡыусылар өсөн яңы ҡаҙаныштарға этәргес булыр һәм изге эштәргә илһам бирер тип ышанабыҙ!

Автор фотолары. 

Мәктәпкә ҡаһарман исеме бирелде
Мәктәпкә ҡаһарман исеме бирелде
Автор:
Читайте нас