Көнгәк
-8 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
5 Февраль , 06:05

Экран геройҙары түгелбеҙ

Экран геройҙары - беҙ түгелбеҙ,Унда уйын - көлкө барғандаБеҙ яҙабыҙ Яңы Рәсәй тарихынҮҙ ҡаныбыҙ менән яланда.

Экран геройҙары түгелбеҙ
Экран геройҙары түгелбеҙ

Экран геройҙары - беҙ түгелбеҙ,
Унда уйын - көлкө барғанда
Беҙ яҙабыҙ Яңы Рәсәй тарихын
Үҙ ҡаныбыҙ менән яланда.

Алғы һыҙыҡ... Ҡыҫҡа тынлыҡ мәле.
Ҡайтып йығылабыҙ ер-йортҡа.
Шаярышҡан булып, хәл йыябыҙ...
Тиҙҙән тағы алға, яу-утҡа!

Тик кемгәлер ошо ҡыҫҡа ял да
Һуңғыһылыр... Дошман аяуһыҙ.
Һәр алыштан теүәл ҡайталмайбыҙ,
Йә ҡайтабыҙ ҡулһыҙ, аяҡһыҙ...

Һәр беребеҙ бик күп кисерҙек беҙ,
Һәр беребеҙ - үҙе бер тарих.
Бер һөйләрбеҙ әле, Еңеү менән
Тыуған илгә генә ҡайтайыҡ!

Ер-өйҙәрҙә һыуыҡ һәм быс(ы)раҡ,
Тик күңелдәр беҙҙең таҙалар,
Туптар яуғанда ла ир егеттәр
Намыҫына тоғро ҡалалар.

Бында бар дөрөҫлөк - ул ҡыйыулыҡ,
Дуҫлыҡ, тәртип, илгә тоғролоҡ.
Ҡайсаҡ үтә ауыр көс табыуы
Туп яуына ҡаршы торорлоҡ...

Ә шулай ҙа һис тә үкенмәйбеҙ!
Йәшенмәйбеҙ дуҫтар артына.
Беҙ - геройҙар! Онотмағыҙ беҙҙе
Илдең киләсәге хаҡына!

Сәкинә Тотманова.

Фото архивтан. 

Автор:
Читайте нас