Көнгәк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
11 Февраль , 09:15

Булдыҡлы ир-егеттең шәп шөғөлө булалыр

Артём Кудрявцев - Мәләүез егете. 

Булдыҡлы ир-егеттең шәп шөғөлө булалыр
Булдыҡлы ир-егеттең шәп шөғөлө булалыр

Артём Кудрявцев - Мәләүез егете. Үҙе әйтмешләй, ошонда тыуған, үҫкән, 8-се мәктәптә белем алған. Тормошҡа ижади ҡарашлы кеше. Урындағы балалар сәнғәт мәктәбенең аккардеон класын тамамлаған. Бер нисә музыка ҡоралында уйнай. Бала сағынан радиотехника һәм музыка менән ҡыҙыҡһына.

Мәктәптән һуң юғары уҡыу йортона уҡырға инә. 2020 йылда Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына саҡырыу алғас, бер йыл Ватан алдындағы бурысын үтәп, 2021 йылда тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайта.

Егеттең үҙ ағышы менән аҡҡан тормошон 2022 йылдың көҙө тулыһынса үҙгәртә: ул мобилизация сиктәрендә МХО-ға алына. Башта хәрби әҙерлек үтә, унан махсус хәрби операция биләмәһенә юллана, госпиталгә эләгә...

Артём үткәненә әйләнеп ҡайтырға яратмай: бөгөнгө көн менән йәшәй, киләсәккә маҡсат билдәләй. Бөгөн ул ситтән тороп Мәскәү технология институтында белем ала.

МХО-ға ҡағылышлы әңгәмә барышында ул һүҙҙе ир-егеттәрсә ҡыҫҡа тотоуҙы хуп күрҙе.

- Кисерештәрем үткәндә тороп ҡалды тип әйтә алмайым. Һөйләргә яратмаһам да, улар бөгөн дә минең менән. Хәрби юлым, моғайын, ысын дуҫлыҡҡа, берҙәмлеккә, сыҙамлыҡҡа һәм үҙеңде генә түгел, башҡаларҙы хәстәрләргә өйрәткәндер, - тине яугир.

Мәҡәлә тулы күләмдә гәзиттең 8-се һанында.

Автор фотоһы. 

Автор:
Читайте нас