1979 йылдың декабренән 1989 йылдың февраленә тиклем барған хәрби бәрелеш тамамланып, ил тарихының ул бите ябылыуға инде байтаҡ йыл үтһә лә, юғалтыу ҡайғыһы, йөрәктәрҙәге әрнеү, һағыш бөгөнгәсә юйылмай.
Үҙенең интернациональ бурысын намыҫ менән үтәгәндәр араһында Күгәрсен районында тыуып үҫеп, Мәләүездә йәшәүсе яугир-интернационалист Фәнил Фәхретдинов та бар.
Ул хәрби хеҙмәткә 1981 йылдың 27 апрелендә алына.
- Беҙ йәш ваҡытта армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан ир-егет абруйлы һанала ине. Һалдат булмағандарға ҡыҙҙар ҙа ҡарамай торғайны әле ул. Ауылда әрме йәшендәге алты егеттең бишеһе лә хеҙмәткә саҡырылғас, ниңә мине алмайһығыҙ тип үҙем барҙым. Ярай, яҙ барырһың, тип ҡайтарҙылар, - тип көлөп һөйләй Фәнил ағай.
Яҙын ил һаҡларға алынғас, башта Ашхабад ҡалаһында алты ай механик-водитель булараҡ хәрби әҙерлек үтә. Октябрҙә Афғанистан Республикаһының Ҡундуз ҡалаһына ебәрелә. Унан һалдаттарҙы роталарға бүлеп Бағланға оҙаталар. Хәрби хеҙмәттә БМП-ла механик-водитель вазифаһын башҡара, колонналарҙы оҙатып йөрөй. Үҙе әйтмешләй, Афғанстанды арҡыры-буй гиҙеп сыға.
- Хеҙмәт иткәндә, ротала Бөрйән, Ғафури районы егеттәре булды. Бөрйән районы Мораҙым ауылынан Таһир Үтәбаев менән әле лә бәйләнештәбеҙ. Сит тараф беҙҙе бер ғаиләгә тупланы, ир-ат дуҫлығына өйрәтте. Ут-һыуҙы бергә кискән рота командиры Эстониянан, взводтыҡы Украинанан, старшинабыҙ Татарстандан ине. Төрлө милләт кешеһе бер туғандай йәшәнек, - тип һөйләй әңгәмәсем.
Ул хәрби бурысын лайыҡлы үтәп, 1983 йылдың 27 майында тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Армиянан һуң, бер йыл үҙ районында эшләгәс, Мәләүезгә килә. 1985 йылдан 2022 йылға тиклем ҡаланың ағас эшкәртеү комбинатында эшләй. Әле лә, эшкә саҡырһалар, баш тартмайым, барып ярҙамлашам, ти Фәнил ағай.
Ҡасандыр хәрби бәрелеште үтеп, сит-ят ерҙә ғүмер ҡәҙерен, мәңгелек ҡиммәттәрҙе баһаларға өйрәнгән яугир-интернационалист бөгөн тормоштан мәғәнә һәм йәм табып, яҡын кешеләренә, балаларына, дүрт ейәненә терәк-таяныс булып йәшәй.
Автор фотоһы.