Һарыш ауылы хеҙмәт һөйөүсән, тырыш һәм татыу ғаиләләре менән данлы. Уларҙың күбеһе тыуған төйәгенә, тамырҙарына тоғролоҡ һаҡлап йәшәй.
Ғүмерен үҙ көсөнә таянып, баҫыу һәм фермаларҙа эшләп үткәргән, гөрләтеп донъя көткән, үҙҙәре ише эшлекле, уңған балалар үҫтергәндәр бөгөн үткәненән риза булып, ғәзиз кешеләренең ҡәҙер-хөрмәтен күрә.
Был мәҡәләлә һүҙебеҙ ауылдаштарына һәр яҡлап өлгө булған Асия һәм Сөнғәт Хәмиҙуллиндар тураһында булыр.
1940 йылдың 1 декабрендә Һарыш ауылында дүрт балалы ғаиләлә тыуған Сөнғәт Мөтиғулла улы мәктәптә ете класҡа тиклем генә белем алып, бик иртә - 12 йәшенән эш башлай.
- Башта Сталин исемендәге колхоздың атын егеп, ашлама өсөн тауыҡ тиҙәге, көл йыйҙым, сусҡаларға һыу ташыным. Плугар булдым, тракторҙа, комбайндарҙа штурвальныйҙа ла йөрөнөм. Күгәрсен районының Подгорный ауылында 3 ай уҡып ҡайтып, тракторға үҙ аллыун һигеҙ йәштә ултырҙым. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, уның төрлөһөндә эшләргә тура килде инде, - ти ул.
Атаһы, Хөрмәтулла ағаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ағаһы яраланғас, санитарҙар уны госпиталдән Күгәрсен районы Йомағужа ҡасабаһы дауаханаһына килтереп ҡалдырып китәләр. Үкенескә ҡаршы, ул һуғыш яраларынан мандый алмай, вафат булып ҡала.
Асия Әғләм ҡыҙы 1940 йылдың 20 июнендә Аҡназар ауылында тыуған. Заман ауырлығына ҡарамаҫтан, белем алыуға етди ҡарашта булған ҡыҙ, мәктәптә ун класс тамамлай.
- Атайым 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алынып, 1943 йылда хәбәрһеҙ юғала. Әсәйем эшкә әрһеҙ ине. Ҡатын-ҡыҙ эшендә лә, ир эшендә лә үҙе йөрөнө. Йыл һайын ноябрь айынан мартҡа тиклем Йылайыр районының Кононикольский ауылына китеп урман ҡырҡты. Ҡыйынлыҡ менән йәшәгән халыҡтың йүнле кейеме юҡ, аяғында сабата, ә ҡыштар элек зерә лә һыуыҡ була торғайны. Эш ҡоралы ла нимә генә: әлегеләй «Дружба» менән түгел, арҡылы бысҡы менән урман йыҡ әле! Уйлаһаң, уйылып китерлек. Шулай ҙа, һынатманы ул быуын кешеләре. Әсәйем дә колхоздың алдынғы эшсеһе булды, ике тапҡыр Мәскәүгә ВДНХ-ға барҙы, - тип, ғәзиз кешеһе хаҡында тетрәнеп тә, ғорурланып та һөйләне инәй.
Хәмиҙуллиндар 1961 йылда ғаилә ҡора. Үҙҙәренең танышып-ҡауышыу тарихын әле булһа айырым бер йылылыҡ менән иҫкә ала улар...
Мәҡәләне тулы күләмдә гәзиттең 2026 йылғы 5-се һанында уҡырға мөмкин.
Автор фотоһы.