Көнгәк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
20 Февраль , 10:32

Йәгеҙ әле, егеттәр!

Бына был егеттәрсә! 

Ватанды һаҡлаусылар  айлығы сиктәрендә йылдағыса 10-11 класс уҡыусылары ҡатнашлығында ”Йәгеҙ әле, егеттәр!” конкурсы үтте. Сарала 14 команда ҡатнашты. Уҡыусылар автоматты һүтеү һәм йыйыу, турникта күтәрелеү, гер күтәреү һәм башҡа спорт ярыштарында көс һынаны.  Конкурстың сағыу мәле - команда эстафетаһы егеттәрҙе берләштерҙе, еңеүгә әйҙәне. Шулай уҡ иң яҡшы капитан исеменә  лә ярыш ойошторолдо. Был исемгә 1-се мәктәптән Илмир Сәйҙәшев лайыҡ булды.

Команда беренселеге буйынса 1-се  мәктәп командаһы беренсе, икенсе урында 3-сө гимназия, өсөнсө - 1-се гимназия командаһы. Ауыл мәктәптәре араһында Һарыштар еңде.

#патриотымелеуз#анукапарни#

Йәгеҙ әле, егеттәр!
Йәгеҙ әле, егеттәр!
Йәгеҙ әле, егеттәр!
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас