Көнгәк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
21 Февраль , 09:50

Белешмәгә ҡарап эҙләмәгеҙ, был донъяға килгән йылымды...

Белешмәгә ҡарап эҙләмәгеҙ, был донъяға килгән йылымды...  Рух ныҡлығын юғалтмаған яугир Туҡһан туғыҙ  йәшлек Хәйбулла Йәрмөхәмәтов - район-ҡалала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Уның  хәрби юлы тураһында беҙ беренсе тапҡыр ғына яҙмайбыҙ. “Көнгәк” гәзите сыға башлағандан алып даими алдырғаны өсөн дә яҡын ул беҙгә. Ул 1927 йылда Томансы ауылында тыуған. Аталары аслыҡ йылында  вафат булғас, сабыйҙар менән ҡалған әсәһе балаларын аяҡҡа баҫтырыр өсөн бөтә көсөн һала. Бер нисә класс белемле егет артабан уҡыуын дауам итә алмай,  күмәк хужалыҡта эш башлай. Илебеҙгә фашист илбаҫарҙары һуғыш асҡас, фронтҡа киткән ир-егеттәр урынына ҡала уның тиҫтерҙәре. 1944 йылдың октябрендә 17 йәшлек үҫмер Йомағужа  хәрби комиссариаты аша Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, егеттәрҙе ҡыҫҡа ваҡыт арауығында хәрби тактика нескәлектәренә өйрәтәләр һәм 1945 йылдың апрель аҙағында көнбайыш йүнәлешенә ебәрәләр. Май башында уларҙың эшелоны Тула ҡалаһының тимер юл станцияһында туҡтай. Бында улар Берлинды Ҡыҙыл Армия алғанын ишетә. Ҡурған ҡалаһында һалдаттарҙы Алыҫ Көнсығыш йүнәлешенә алып барыуҙары билдәле була. Яугирҙәр Приморье крайының  Япония баҫып алған Корея һәм Ҡытай сигенә килеп етә. Бында Томаган йылғаһы буйында нығыналар. Уның артабанғы хәрби юлы шулай итеп Алыҫ Көнсығыш фронты, 82-се миномет батальоны менән бәйле. Ҡытай, япон  армияһының оборонаһын өҙөүҙә һәм Муданьцзян  ҡалаһы янындағы нығытылған районды штурмлауҙа ҡатнаша. Дошмандың бетон нығытмаларын алыу еңел булмай, шундай ҡаты алыштарҙың береһендә яҡташы, дуҫы, Муллағол ауылынан яҡташы Ғизитдин  Сәйфетдиновты юғалта. Уны үҙ ҡулдары менән Ҡытайҙа ерләй. “Ауыр булды, - тип иҫләй ветеран. - Дошмандың ут нөктәләре бетон конструкциялар менән нығытылыуы хәрәкәтте ҡатмарлаштырҙы. Әммә беҙҙең менән һуғышты үткән яугир һалдаттарҙың хәрби тактиканы яҡшы белеүе был алышта еңергә булышлыҡ итте”. Күрһәткән ҡаһарманлығы бик күп орден-миҙалдарға лайыҡ, ил етәксеһе Сталиндан Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Тыуған яғына ете йылдан һуң ғына ҡайта. Һуғыштан һуң сохозды емереклектән күтәреүгә ҙур өлөш индерә, сиҙәм ерҙәрен күтәреүҙә ҡатнаша. 16 йәштән бергә эшләгән Миңниса исемле ҡыҙ менән ғаилә ҡороп, ете бала үҫтерәләр. Ҡатынының ете йылдан артыҡ хаттар яҙып биргән вәғәҙәһенә тоғро ҡалыуын да йылы һүҙҙәр менән бәйәйн итте ул. Бөгөн дә балалар хәстәрендә, тәрбиәһендә һуғыш ветераны, шанлы йылдар хәтирәһе менән ихлас уртаҡлаша.  Уның хәтер асыҡлығы, ваҡиғаларҙы теүәл даталар менән иҫләүенә һоҡланып ҡайттыҡ. Донъяуи ваҡиғалар тураһында ла хәбәрҙар. Ил етәкселәренең аҡылына, МХО яугирҙәренең ҡаһарманлығына һоҡланыуын йәшермәй тасуир итте Хәйбулла Ғәйфулла улы. Ауыр заман һынауын лайыҡлыүткән быуын вәкилен 100 йәшлек юбилейы айҡанлы барып ҡотлау бәхете тейһен, тигән теләктә һаубуллаштыҡ. Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА. Һүрәттә:  Хәйбулла Йәрмөхәмәтов бөгөн дә рух ныҡлығын юғалтмай. Автор фотоһы.  

Туҡһан туғыҙ  йәшлек Хәйбулла Йәрмөхәмәтов - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Уның  хәрби юлы тураһында беҙ беренсе тапҡыр ғына яҙмайбыҙ. “Көнгәк” гәзите сыға башлағандан алып даими алдырғаны өсөн дә яҡын ул беҙгә.

Ул 1927 йылда Томансы ауылында тыуған. Аталары аслыҡ йылында  вафат булғас, сабыйҙар менән ҡалған әсәһе балаларын аяҡҡа баҫтырыр өсөн бөтә көсөн һала. Бер нисә класс белемле егет артабан уҡыуын дауам итә алмай,  күмәк хужалыҡта эш башлай. Илебеҙгә фашист илбаҫарҙары һуғыш асҡас, фронтҡа киткән ир-егеттәр урынына ҡала уның тиҫтерҙәре. 1944 йылдың октябрендә 17 йәшлек үҫмер Йомағужа  хәрби комиссариаты аша Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, егеттәрҙе ҡыҫҡа ваҡыт арауығында хәрби тактика нескәлектәренә өйрәтәләр һәм 1945 йылдың апрель аҙағында көнбайыш йүнәлешенә ебәрәләр. Май башында уларҙың эшелоны Тула ҡалаһының тимер юл станцияһында туҡтай. Бында улар Берлинды Ҡыҙыл Армия алғанын ишетә.

Ҡурған ҡалаһында һалдаттарҙы Алыҫ Көнсығыш йүнәлешенә алып барыуҙары билдәле була. Яугирҙәр Приморье крайының  Япония баҫып алған Корея һәм Ҡытай сигенә килеп етә. Бында Томаган йылғаһы буйында нығыналар. Уның артабанғы хәрби юлы шулай итеп Алыҫ Көнсығыш фронты, 82-се миномет батальоны менән бәйле.

Ҡытай, япон  армияһының оборонаһын өҙөүҙә һәм Муданьцзян  ҡалаһы янындағы нығытылған районды штурмлауҙа ҡатнаша.

Дошмандың бетон нығытмаларын алыу еңел булмай, шундай ҡаты алыштарҙың береһендә яҡташы, дуҫы, Муллағол ауылынан яҡташы Ғизитдин  Сәйфетдиновты юғалта. Уны үҙ ҡулдары менән Ҡытайҙа ерләй. “Ауыр булды, - тип иҫләй ветеран. - Дошмандың ут нөктәләре бетон конструкциялар менән нығытылыуы хәрәкәтте ҡатмарлаштырҙы. Әммә беҙҙең менән һуғышты үткән яугир һалдаттарҙың хәрби тактиканы яҡшы белеүе был алышта еңергә булышлыҡ итте”. Күрһәткән ҡаһарманлығы бик күп орден-миҙалдарға лайыҡ, ил етәксеһе Сталиндан Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Тыуған яғына ете йылдан һуң ғына ҡайта.

Һуғыштан һуң сохозды емереклектән күтәреүгә ҙур өлөш индерә, сиҙәм ерҙәрен күтәреүҙә ҡатнаша. 16 йәштән бергә эшләгән Миңниса исемле ҡыҙ менән ғаилә ҡороп, ете бала үҫтерәләр. Ҡатынының ете йылдан артыҡ хаттар яҙып биргән вәғәҙәһенә тоғро ҡалыуын да йылы һүҙҙәр менән бәйәйн итте ул. Бөгөн дә балалар хәстәрендә, тәрбиәһендә һуғыш ветераны, шанлы йылдар хәтирәһе менән ихлас уртаҡлаша.  Уның хәтер асыҡлығы, ваҡиғаларҙы теүәл даталар менән иҫләүенә һоҡланып ҡайттыҡ. Донъяуи ваҡиғалар тураһында ла хәбәрҙар. Ил етәкселәренең аҡылына, МХО яугирҙәренең ҡаһарманлығына һоҡланыуын йәшермәй тасуир итте Хәйбулла Ғәйфулла улы. Ауыр заман һынауын лайыҡлыүткән быуын вәкилен 100 йәшлек юбилейы айҡанлы барып ҡотлау бәхете тейһен, тигән теләктә һаубуллаштыҡ.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Һүрәттә:  Хәйбулла Йәрмөхәмәтов бөгөн дә рух ныҡлығын юғалтмай.

 

 

Белешмәгә ҡарап эҙләмәгеҙ, был донъяға килгән йылымды...
Белешмәгә ҡарап эҙләмәгеҙ, был донъяға килгән йылымды...
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас