Борайҙа үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса республика беренселеге уҙҙы. Унда Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 250-гә яҡын көрәшсе ҡатнашты.
Мәләүез спортсылары йәш һәм ауырлыҡ төркөмөндә яҡшы сығыш яһаны. Вилдан Тимерғәлин алтын миҙалға лайыҡ булды (тренер-уҡытыусы Илмир Юлмөхәмәтов), Вилдан Ғәлиәхмәтов, Радмир Күсмәевта - көмөш миҙал (тренер-уҡытыусы Айнур Хисаметдинов), Илмир Тимерғәлин, Радмир Күсмәевта ла көмөш (тренер-уҡытыусы Илмир Юлмөхәмәтов). Илдар Хәмитов менән Илдар Омоҙаҡов бронза миҙал алды (тренер-уҡытыусы Айнур Хисаметдинов). Был миҙалдар – егеттәрҙең һәм тренерҙарҙың тырышлығы.