«Беҙҙең атай 2023 йылдың июнендә контракт төҙөп, МХО-ға юлланды. Был - уның ныҡлап уйланылған ҡарары ине. Ысын ир-егеттәрсә аҙымын ил өҫтөнә килгән ауыр һынауҙан ситтә тороп ҡала алмауы менән аңлатты.
Ул «Башкирэнерго» ойошмаһында мастер булып эшләп йөрөгән еренән Ватан һағына баҫты. Бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә сержант званиеһында артиллерист булып хеҙмәт итә. Ҡушаматы - «Ҡаҙаҡ».
Беренсе тапҡыр отпускыға туғыҙ ай хеҙмәт иткәндән һуң ҡайтҡайны. Ун биш йыл эсендә бер генә көн дә айырылышып тормағанға күрә, унһыҙ бигерәк ауыр булды. Башҡаларҙыҡы кеүек вахта менән ситкә китеп эшләмәне, гел яныбыҙҙа ғына йәшәне бит. Бараһы ергә ғаиләбеҙ менән бергә йөрөнөк.
Бөгөн унһыҙ йәшәргә өйрәндекме? Юҡ, әлбиттә. Атайыбыҙҙы юҡһынабыҙ, һағынып көтөп алабыҙ. Ялға ҡайтҡанында мин уны Өфөгә барып ҡаршы алам, Өфөнән оҙатып ҡалам. Таң атҡанда ҡайтып төшәме, төнгө сәғәттәме - мөһим түгел. Һауа торошоноң да ниндәй булыуына ҡарамай, юлға сығып китәм.
Ни тиклем ауыр булмаһын, яҡын кешемә үҙемдең эске кисерештәремде күрһәтергә тырышмайым, яуҙа былай ҙа еңел түгеллеген аңлап торам...
Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең киләһе һандарында уҡығыҙ.
Фото архивтан.