Башҡортостандан "Кадет" (Салауат районынан), "Грек" (Дәүләкән районынан) һәм "Коба" (Бүздәк районынан) ҡушаматлы яугирҙәр Росгвардияның СКАД ("Әүҙем хәрәкәт итеүсе махсус команда") спецназ төркөмөнә инә һәм яңыраҡ сираттағы командировканан ҡайтты. Өс ай дауамында улар, һуғыш яланынан алыҫта эш итеп, дошмандың хәрби техникаһына зыян килтергән, һаҡланыу пункттарын емергән һәм боевиктарҙы, ялланғандарҙы юҡ иткән.
"Кадет", "Грек" һәм "Коба" ла 2022 йылда хәрби хәрәкәттәр башланғандан алып МХО-ла ҡатнаша, бер нисә тапҡыр яраланған һәм наградалары бар. Уларға ни бары 25-27 йәш. Егеттәр беспилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләү буйынса уҡыу үткән, оҫталыҡтарын нығытҡан. Улар төрлө БПЛА-ларҙы ла ҡуллана, шулай уҡ ҡаршы яҡтың ҡулға төшөрөлгән трофей беспилотниктарҙы ла.Егеттәр был ғәскәрҙең киләсәге бар тип иҫәпләй. Йәштәргә беспилотниктар менән идара итеүҙе өйрәнеүе еңел. Ә махсус уҡыуҙа ориентирлашыуға һәм топографияға өйрәтәләр. Беспилотниктар бөгөн ҙур көс.
"Кадет": ут һәм яҡтылыҡ һуғышысы, 27 йәш
"Кадет" ҡушаматы яугир хәрби биләмәлә утты, һыуҙыүткән. Уның атаһы ла МХО ла булған. "Кадет" Рәсәй Геройы А. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусында уҡыған. Армия хеҙмәтенән һуң контракт төҙөй. "Кадет"тың бай хеҙмәт юлы бар: 2020 йылда Ингушетияла террорға ҡаршы операцияла ҡатнашҡан, Сүриәгә командировкала булған. СВО-ла ул снайпер төркөмөндә башланған. Хәҙер "СКАД" командаһы составында, ул удар камикадзе дроны операторы.
– Мин удар БПЛА операторына Өфө янындағы "Патриот" паркында уҡыным һәм Курскиҙа ике тапҡыр әҙерлек үттем, – ти ул. – Шулай уҡ "Князь Вандал Новгородский" дроны менән идара итергә өйрәндем. Кемдер тиҙерәк өйрәнә, кемдер оҙағыраҡ. Эйе, компьютер уйындары уйнаған, джойстик менән яҡшы идара иткән, приставкаларҙа уйнаған кешеләргә еңелерәк.
Егеттәр әйтеүенсә, топография белеме лә мөһим. Дрон менән идара иткәндә, арауыҡта юғалмаҫ өсөн, ерҙәге теләһә ниндәй ориентирҙар ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Шулай уҡ асыҡ һауала ла, биналар эсендә лә "осоп" йөрөй белергә кәрәк. Ләкин былар барыһы ла хәрби шарттарҙа эшләү тәжрибәһе менән килә.
"Грек", 25 йәш,
– Мин Дәүләкән районынан. МХО башланғансы, 2020 йылда, махсус тәғәйенләнешле отрядта хеҙмәт иттем. МХО башланғандан алып, оператор-разведчик вазифаһындадым. Алкинолағы "Патриот" паркында бер ай самаһы, һуңынан Саратовта дрондар менән идара итеүгә өйрәндем, коммерция дрондары менән (мәҫәлән, "Баба-Яга" кеүектәрҙе) идара итеүҙә тәжрибә тупланым. Мин FPV-дрондар, коммерция һәм разведка дрондары менән эшләйем. "Грек" 2024 йылдағы хәрби хәрәкәттәр барышында ауыр яралана. Бөгөн ул БПЛА операторҙары араһында иң тәжрибәлеләрҙән береһе.
"Ҡоба", 27 йәш,
"Кадет", "Грек" һәм "Коба" йәштәрҙе пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә саҡыра. Бындай ғәскәрҙәрҙәрҙең өҫтөнлөгө күп: хәүефһеҙлек, юғары эш хаҡы һәм премия түләүҙәре, социаль яҡлау, бер йылдан да артыҡ булмаған контракт мөҙҙәте һәм башҡалар.
Улар кеүек булығыҙ! Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында бөтә мәғлүмәтте 122 бушлай номеры буйынса белегеҙ!