25 мартта Булат Рафиҡов исемендәге Корнеевка урта белем биреү мәктәбендә "Хәтер эстафетаһы" тип исемләнгән илһөйәрлек сараһы үтте.
Ул йәштәргә быуындар бәйләнешен тойорға, ил ҡаһармандары батырлығының бөйөклөгөн аңларға һәм геройҙар өлгөһөнән илһам алырға мөмкинлек биргән йәнле тарих дәресе лә булды.
Рәсәй һалдатының ҡыйыулығын сағылдырған, хәтер һәм батырлыҡ рухы менән һуғарылған "Хәтер эстафетаһы" балаларҙың хәтерендә ҡалыр, уларҙың илһөйәрлеген һәм Тыуған илгә һөйөүен тағы нығытыр, тип ышанабыҙ.
Сара барышын тулыһынса гәзиттең 14-се һанында уҡырға мөмкин буласаҡ.
Автор фотолары.