Көнгәк
+8 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 80 йыл
18 Апреля , 07:55

Ағиҙелгә һал килгән

Ағиҙелгә һал килгән...
Мәҙинә Йәғәфәрова
-Эх, саҡ ҡына өлгөрмәй ҡалдыҡ, кәмә сығып киткән икән...
Фәхерниса, яурынына элгән ауыр почта сумкаһын ергә ҡуйҙы.
-Улым, һин дә төйөнсөгөңдө һалып тор, ҡулың ял итһен.
Ирек, юрған-мендәрҙәрҙе бысратып ҡуйыуҙан ҡурҡып, яр буйлап таҙараҡ ер эҙләне.Яҫы ялпаҡ таш өҫтөнә төйөнсөгөн ҡуйҙы ла аръяҡҡа ҡараны.Алданыраҡ ҡайтҡан өлкән синыф малайҙары ҡаршы яҡҡа сығып етеп, оҙон сынйырынан һөйрәп ағас кәмәне ярға мендереп маташа ине.Хәҙер берәйһенең кәмәне кире алып сыҡҡанын көтөргә кәрәк, асыҡтырған да.Алты дәрес уҡығандан һуң, дүрт километр алыҫлыҡтағы колхоз үҙәгенән, көс-еткеһеҙ ауыр почта сумкаһын йөкләп килгән әсәһенә ҡаршы барып, икәүләп һәр бер өйгә гәзит-журнал таратҡансы апаруҡ ваҡыт үтеп китте шул.Әле бына бөтә әйберҙәрен күсереп ниһәйәт, өйҙәренә ҡайтып барыуҙары: ҡыуғын бөттө, ташҡын булһа ла йылғаға кәмә төшөрҙөләр.
Эх, ошо Ағиҙел! Ғүмер буйы Батыр ауылы халҡына гел уңайһыҙлыҡтар ғына тыуҙырып тора.Үтеп сыҡҡыһыҙ ҡалын урман төбәге булғанғамы, ата-бабаларыбыҙ һыу юлын ташламай, райондың буйынан-буйына йылан кеүек борғоланып, ҡая-таштарҙы ярып аҡҡҡан Ағиҙел буйына төйәкләнгән.Батыр ауылын да йылға уртаға ярып үтеүе етмәй, күрмәгәнегеҙҙе күрһәтәйем әле һеҙгә, тигәндәй, бормаланып-бормаланып, өс яҡтан ҡамап аға.Ә дүртенсе яғынан түбәләре күккә ашҡан күкһел тау теҙмәләре теҙелгән.
Йәй көндәре Ағиҙелдә рәхәт тә ул! Ир-ат йүкә һыҙырып, йылға төбөнә һалабаш батырып кәсеп итә.Шаршыларҙа һикерешеп уйнаған эре-эре сабаҡ, бәрҙе, алабуға, тәрән ятыуҙар төбөндә тын ғына ятҡан суртандарҙы ҡармаҡлай.Йәш килендәр йылғаның шаршы урынында тубыҡтан кисеп, итәктәрен өҫкә ҡыҫтырып кер сайҡай.Яҡын тирәлә сит кеше булмағанда ятыу урынында тәрәндә ҡалҡыу күкрәктәре менән тулҡын ярып йөҙөп кинәнә.
Ә үҫмер ҡыҙҙар йәй буйы һыу буйынан ҡайтып инмәй тиһәң дә була.Ҡояш йылыта башлау менән өймәләм керҙәрен, кәритә-тастарын алып, өй беренсә бер-береһен ҡысҡырып йыя-йыя, йылға буйына ыңғайлай.Уларға ыбыр-сыбыр бала-саға эйәрә.Күмәкләшеп Иҙел буйына барып еткәс, ҡырсынлы ергә ут яғып, биҙрәләргә һыу йылытырға эләләр.Ҡосаҡ-ҡосаҡ керҙәр йыуыла, эргәләге колхоз баҫыуы кәртәһенә кибергә эленә.Шунан башлана һыу төшөү!Тештәре тешкә тейгәнсе, тәндәренә ҡаҙ йөнө сыҡҡансы, ни рәүешле генә ярышмайҙар.Кем ҙурыраҡ тулҡын яһай, тип ололарса күкрәк менән дә йөҙәләр, ҡаршы ярға иң беренсе йөҙөп сығыу өсөн моряктарса ҡолас ташлап та ярышалар. Ыбыр-сыбыр кескәйҙәрҙең үҙ шөғөлө – йылға ситендәге ҡаҙанда ҡайнаған шикелле йылы һыуҙа, ҡулдарына таянып ,аяҡтарын сәпелдәтеп йөҙөргә өйрәнәләр.Апайҙары йыуырға алып килгән кер араһынан шым ғына сәлдереп тәҙрә селтәре, яулыҡ менән селбәрә һөҙәләр.Һыуҙа балыҡ кеүек тиҙерәк йөҙөргә өйрәнеү өсөн кемуҙарҙан услап йотоп та ебәрәләр.
Малай-шалайҙың уйын башҡа! Йылғаның иң тәрән урынына таҡтанан трамплин яһап ҡуйғандар ҙа шунда егетлектәрен күрһәтәләр, һауала өйөрөлөп-өйөрөлөп баштары менән һыуға сумалар, кем һыу аҫтында тын алмайынса оҙағыраҡ тора ала, тип уҙышалар.Ялҡып китһәләр, ҡыҙҙарҙың һыуҙа сағын аңдып тороп, кейемдәренә кәзә майы яһайҙар.Иң ҡыйыны – кейемде һыулап тороп, ике малай ике яҡтан тартып яһаған төйөндө сисеү.Сыр-сыулашып һыуҙан килеп сыҡҡан ҡыҙҙар уларҙы баҫтырып биҙрә-сүместәре менән һыуға ҡойондора башлай.Китә баҫтырыш, шар-шор, уйын-көлкө! Олораҡ егеттәр ҙә ни арала килеп етә.Шул уңайҙы файҙаланып, күҙ атып йөрөгән ҡыҙҙарын һөйрәкләп һыуға төшөрөп сумыралар.Гөрләп тора Ағиҙел буйҙары!
Был рәхәтлек оҙаҡҡа бармай шул, бер миҙгел генә.Иң ауыры көҙ, ҡырпаҡ ҡар яуып, колхоз бүлгән 25 һум аҡсаға ауыл ирҙәре йыйылып , Ағиҙел аша һалған йоморо бүрәнәле баҫма туңғас башлана. “Эй, ваҡытлыса бара ул! Барыбер яҙ ташҡын алып китә”, - тип нәҙегенән ярай ике рәт, йыуан бүрәнә эләкһә иһә бер рәт тә һалып китәләр.Баш әйләнмәһен өсөн аҫҡа ҡарамаҫҡа тырышып , ике рәтлеһенән нисек тә үтәһең.Ә бер бүрәнәнән буйлауыыыыы! Ай-һай ҡыйын! Ныҡ тайғаҡ булһа, баҫманан тубыҡланып, дүрт аяҡлап шыуып сыҡҡандары ла бар. Аҙаҡҡа ҡарай сосораҡ әсәләр мәктәпкә үҙҙәре генә киткән балаларҙың итеге тышынан иҫке нәски кейҙереп ебәрә башланы.Шуғыраҡ малайҙар алданыраҡ йүгереп 
үтеп, баҫманы дер һелкетеп бәүетергә лә күп һорамай, тик бер нисә ҡыҙ ҡолап төшөп ағып киткәс һәм мәктәп директорынан ныҡ итеп әрләнгәс, тыйылдылар.
Көн дә был яҡтан ҡаршы ярҙағы фермаға эшкә йөрөгән малсы Ғәлинур, ҡайһы көндәрҙә артыҡ “һалып” ташлаһа, баҫмаға менеп тә тормай.
-Барыбер ҡолап төшәм, - тип ҡул һелтәй ҙә, биленән, күкрәгенән һыу кисеп, баҫма тәкәләренә йәбешә-йәбешә ҡаршы ярға ынтыла.
- Ҡороғор, ағып ҡына китә инде”, - тип ҡатыны көн дә уны яр башында эштән ҡайтыуын ҡарауыллай.
Ҡара көҙ үтеп, йылға туңһа, барыһы ла еңел тын ала! Ололар балалар өсөн ҡурҡмай, күңелдәре тыныс. Выжлап сана юлы төшә, туп-туранан ике яҡҡа ла күрше ауылдарға юл асыла.Ул яҡтан был яҡҡа кәбән, утын тартып , колхоз малына силос, фураж тейәп тракторҙар йөрөй башлай.Бала-саға ялтыр , көҙгө төҫлө үтә күренмәле боҙ өҫтөндә сәкән һуға, коньки шыуып рәхәтләнә.
Ҡышҡы йоҡонан Ағиҙел апрелдә уяна башлай.Шуға тиклем мәктәп директоры, утрау яғында йәшәгән бөтә уҡыусы балаларҙы был яҡҡа күсереп, өйҙәргә таратып, урынлаштырып бөтөүҙе талап итә.Ҡайһыныһы туғандарына, кемеһе таныштарына, хаҡына килешеп-һөйләшеп, ун көн, ике аҙна самаһына йәшәргә индерәләр.Был саҡта мәктәп яғы урамдары айырыуса йәнләнә, шулай булмай ни, ике яҡтың да балалары хәтһеҙ йыйылып китә шул! Күңелле тауыштырҙан төнгә тиклем урам яңғырап тора, хатта уҡытыусыларға кистәрен рейдҡа сығып, тәртип һаҡларға тура килә.
Боҙ китеүе иһә бөтә ауыл өсөн оло, ҡабатланмаҫ ваҡиғаға әйләнә.
-Урраа, боҙ китә!- тигән һүҙҙе ишетеү менән йәше-ҡарты бөтә эшен ташлап йылға ярына ашыға.Хатта мәктәптән дәрестәрҙе туҡтатып уҡытыусылар, директор үҙе балаларҙы боҙ киткәнен ҡарарға алып килә. Дәһшәтле лә, ҡурҡыныс та, мауыҡтырғыс та был күренеш күпме ҡараһаң да ялҡытмай.Аҡтарылып-ҡубарылып килгән оло-оло боҙ киҫәктәре әллә ниндәй ҡырағай тауыштар сығарып, бер-береһенең өҫтөнә өйөлөп китә. Бейек стена булып ағып килгән еренән ҡапыл ишелеп төшөп, бәләкәй генә ярсыҡтарға онталып сәсрәй.Ҡайһыныһы әйләнеп ағып китә, ҡайһыныһы емерелеп һыу аҫтына сума.Тыйылғыһыҙ ташҡын булып ағылған боҙ берәй ергә барып тығылһа уйһыу ерҙәргә һыу килеп сыға.Бындай осраҡтарҙы махсус вертолет осоп күҙәтеп йөрөй, тығын булған урындарҙы, ауыл урамдарын һыу баҫмаҫ элек йәһәтләп шартлатып китәләр.
Сыйҙым китеп бөтөү менән, Батыр ауылы халҡына яңы ваҡиға өҫтәлә – һал ағыҙыу башлана.Ағиҙелдең үренән, Белорет быуаһы аҫтынан башлап, ҡыш буйы Белорет, Бөрйән районы леспромхоздары ҡырҡып, әҙерләп бейек тау баштарына һалған кандауай ҡарағай, сайырлы ҡарағастарҙы махсус шыуҙырғыстарҙан йылғаға ауҙаралар.Өҫтөндә лавкаһы, етәкселек өсөн махсуслаштырылған контораһы, эшселәр өсөн аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ тейәлгән палаткалар менән һалдар ағып төшә.Һооой, ул саҡтамы! Ул саҡта бөтә ауыл балалары йылға буйына эркелә: хужалыҡтарына йыл әйәнәһенә етерлек туҙ тотоп ҡалалар, нәҙегерәк бүрәнәләрен, ярсылған киҫәктәрен дә утынға эләктереп сығаралар.Әммә йыуандарына тейергә рөхсәт юҡ, атай-әсәйҙәре: “Штраф һалалар, теймәгеҙ”, - тип иҫкәртеп кенә тора.
Ҡыуғын артынса, йылға үренән башлап, һәр бер ауыл тирәһендә яр ситенә йыйылған бүрәнәләрҙе, Ағиҙел һайыҡмаҫ элек һыуға төшөрөү өсөн, таҙартыу бригадаһы ағып килә.Был эштәрҙе ғәҙәттә йылға һыуы йылынмаҫ борон өлгөрөп ҡалырға бар көстө һалалар, сөнки йылы һыуҙа бүрәнәләр һыуҙы үҙенә һеңдереп, ауырайып йылға төбөнә батып бөтә. “Утапшы” ағастар оҙаҡ йылдар Ағиҙел төбөнә йыйылып киләһе ҡыуғынға ла, ауыл халҡына ла ҙур ҡамасау тыуҙыра.Элегерәк ағас таҙартыу бригадаһына тик төрмәлә ултырған кешеләрҙе ебәрә инеләр, шуға уларға ағастарҙы әйләндерергә ҡулдарына багор бирмәй, күҫәк кенә рөхсәт ителә ине.Батыр ауылы тирәһендә Ағиҙел уртаға ярылып , бәләкәй генә ҡырсынлы утрау барлыҡҡа килтерә. Ғәҙәттә, йыл да иң көслө тығын ошонда була һәм уны бүрәнәләрҙән таҙартыу өсөн эшселәргә өс-дүрт көн китә.Һалсыларҙың палаткалағы лавкаһында һәр саҡ араҡы тоталар, сөнки көнө буйы тубыҡтан, билдән һыуыҡ һыу кисеп эшләгән эшселәр еүешләнә, өшөй һәм кискелеккә “йылыналар”. Артығыраҡ “тейәгәндәре” кәмә менән йөҙөп ярға килеп сыға, ауыл урамдарын бер итеп йөрөп йырлашалар.
Ағиҙелдән һал килгән,
Һал өҫтөндә 
мал килгән.
Өфөлә юҡ, Мәскәүҙә юҡ,
Беҙҙең кеүек пар килгән.
Самаһын белмәй эскәндәре, күҫәктәре менән дампылдығы сығып үҙ-ара һуғышып китәләр. Был саҡта әсәйҙәр балаларын, ана, сплавщиктар килә, тип ҡурҡытып урамға сығармай, хатта бәләһенән баш-аяҡ, тип ишек-ҡапҡаларын бикләп бөтә.Ауыл ирҙәре, үҙҙәренә араҡы кәрәк булһа, төндә генә кәмә менән утрауға йөҙөп сығып тегеләрҙең палаткаһынан һатып алырға оҫтарҙы.
Нисәнсе йылдыр инде, ҡыуғын өсөн яңы тәртип уйлап сығарылды – пикеттәр ойошторолдо.Хәҙер алдан билдәле булған, ағастар гел тығыла торған иҫәпле урындарға махсус бригада билдәләнде.Улар үҙенә беркетелгән ерҙе генә таҙалай ҙа эше бөткәс ҡайтып та китә.Ауыл халҡы еңел тын алды, сөнки эшкә хөкөм ителеүселәр урынына килешеү буйынса ябай эшсе халыҡ килә башланы.Улар менән һөйләшеп, бер ярҙан икенсе ярға халыҡ телендә касмуй тип аталған моторлы кәмәләрендә сығырға мөмкин.
Бына әле лә, әмәлгә ҡалғандай, йылға үренән моторлы кәмә тауышы ишетелде.Ҡыуғынсылар өҫ яҡта эштәрен бөтөрөп төшкө ашҡа ҡайтып килә ахыры. – Сплаущиктар! Әйҙә, ҡысҡырайыҡ!
Ярҙа торған балалар күмәкләшеп ҡул болғай башланы.
-Эһееей! Бында, бында! Теге яҡҡа сығарып ҡуйығыҙ әле!
Кәмә улар яғына боролғас, ҡыуаныстарынан һикерешеп алды балалар.Эшселәр икәү ине, береһе кәмә мороно менән ярға килеп төртөлгән ыңғайы, һикереп төштө лә ҡулы менән кәмәне тотоп, балаларға ултырырға ярҙам итә башланы.
Тиҙерәк өйҙәренә ҡайтырға ашҡынған уҡыусылар кемуҙарҙан тыптырлашып тейәлә һалды. Ирек ҙур төйөнсөктө күтәреп алды, класташ ҡыҙҙарын алдан үткәреп
иң аҙаҡҡы булып кәмәгә үтте һәм әсәһенә ҡараны: “Әйҙә, әсәй?”
-Һыйырбыҙмы икән, балам? Бигерәк күмәкбеҙ ҙә.
Фәхерниса шөбһәләнеп кәмәгә яҡынланы.
-Садись, садись, не останешься же одна!
Ҡатын ултырғандан һуң кәмәнең башы ҡурҡыныс булып һыуға тәрәнерәк сумды.
-Ниче, нормально! Дети, давайте чуток назад, подвинтесь, - тип ярҙа торған ҡыуғынсы кәмәне этеберәк ебәреп үҙе лә һикереп ултырҙы.
Ауыр йөктән касмуй һыуға нығыраҡ сумды, кәмә ҡырыйынан ҡарайып ятҡан болғаҡ һыуға бер сирек кенә ара ҡалды.Фәхерниса улына нығыраҡ тотоноп ултырырға ҡушты, үҙе сытырҙатып күҙҙәрен йомдо.”Эх, бушҡа ултырҙыҡ!” – тигән уй мейеһенә сарпылды.
Моторҙы тоҡандырып, кәмәнең моронон өҫкә бороп, үрләй-үрләй ҡаршы яҡҡа ыңғайлай башлағайнылар ғына, кәмәнең башы яҡ яйлап ҡына, тулҡын ярып һыу аҫтына инде лә китте...
-Батабыҙ! Ҡотҡарығыҙ!..
Күҙ асып йомғансы барыһы ла тырым-тырағай һыу өҫтөндә тирбәлә ине.Боҙло һыу мең-мең осло энәләре менән сәнскеләп тәнде ҡорошторҙо.Бәләкәй саҡтан Ағиҙелдең арҡырыһын буйына йөҙөп, балыҡ кеүек ҡарпып үҫкән балалар, беренсе ҡаушау үтеү менән, ҡайһыныһы ҡайһы ярға йөҙә башланы.Бер ҡыҙ күкрәк менән тулҡын ярып, аяҡтарын сәпелдәтеп, ауыҙына тулған һыуҙы йотмаҫҡа тырышып, алыҫ булһа ла ҡаршы ярға ынтылды.Егеттәр кемеһе яҡыныраҡ ярға, кемеһе алға, ҡайтыу яғына ҡолас ташлап йөҙҙө.Касмуй, ауыр йөгөнән бушанғас, өҫкә ҡалҡып сыҡты ла, өйөрөлә-өйөрөлә ағып китте.
- Эх, моторы әрәм булды, өр-яңы ине - тигән уй үтте Иректең башынан.
Һыу өҫтөндә бер нисә ваҡ бала-саға ла, Фәхерниса ғына тороп ҡалды.Малай әсәһен йәлләп, уның янынан китә алмай, йәнәшләп аҡты.Ҡатын , гәзит-журнал тулы почта сумкаһын киң ҡайышы менән, ғәҙәтенсә, яурыны аша элгән ине, уныһы ныҡ итеп аҫҡа тартһа ла, ҡулынан ысҡындарманы.Күсереп алып ҡайтып барған мендәр-юрғандары төйөнсөктән сиселеп, һыу өҫтөнә һибелде.
-Балам, бына мендәргә, юрғанға тотон, батып ҡуйма!
Ысынлап та, Фәхернисаның оҙон ҡышҡы кистәрҙә йырлай-көйләй үҙ ҡулдары менән һырып, эсенә мул итеп ҡаҙ мамығы һалып, күпертеп күбегән ике юрғаны, тотош ҡаҙ мамығы тултырылған мендәрҙәре батып барыусыларҙы ҡотҡарҙы.Ҡаҙ мамығы һыуға тиҙ генә бирешмәй икән!
Көтмәгәндә, кескенәнән быума сире менән яфаланған Ринат, арттан килеп ике ҡулы менән Фәхернисаның муйынын быуып йәбеште һәм ике аяғы менән биленән уратып ҡосаҡлап алды.Көтөлмәгән был хәлдән ҡатын сәсәп һыу төбөнә китә яҙҙы.
-Ебәр, ебәр әсәйемде, үлтерәһең бит!
Ирек үҙ-үҙен белештермәйенсә Ринаттың башын төйҙө, тегенеһе ҡурҡышынан әсәһен тағы нығыраҡ быуҙы.
-Ярар, барһын, барһын...Барһын әйҙә, балам, 
теймә...
-Баталар! Балалар бата!..
Яр буйындағы өйҙәрҙә йәшәгәндәр йүгерешә башланы.Ҡаршы яҡтан ярҙамға ауыл кәмәһен төшөрөп ике егет йылға уртаһына ынтылды.Берәм-берәм һыу өҫтөнә һибелеп, аяҡ-ҡулдары тартышыр ситкә еткән балаларҙы яйлап ҡотҡарҙылар.Тик Ирек, әсәһе һәм уның муйынына йәбешкән Ринат ҡына алыҫлашып ағып киттеләр.Әҙерәк бара торғас, Иректең аяҡтары һыу төбөнә тейеп ҡалды.”Бында шаршы урын бит”- тип иҫенә төшөргән малай ҡысҡырып ебәрҙе.
-Әсәй, атлап бар, атлап бар, бында аяҡ буйлай! Көсөңдө һаҡла!
Тик йылдам аҡҡан һыу ыңғайына шаршы тирәһен дә тиҙ генә үтеп киттеләр.Шаршынан түбәнгә Ағиҙелдең тәрән урындары китә .Малайҙың тотоноп барған мендәр-юрғандары яйлап һыу һеңдереп, ауырайып аҫҡа тарта башланы.
Эх, әсәйем булмаһа йөҙөп сығыр ҙа китер инем, - тип үкенеп уйланы малай...
Уларға ярҙам иң аҙаҡтан, ауыл тирәһен ағып үтеп , хәтәр боролошҡа етер алдынан ғына килде.Көс-хәл менән күмәкләшеп Ринаттың ҡулдарын шаҡарып, Фәхернисанан йолҡоп тигәндәй алып, кәмәгә күтәреп һалдылар. Йәштәрҙең ауыр кәүҙәле ҡатынға көсө етмәне.Хәле бөткән иҫһеҙ әсәһенең ҡулбашына тиклем ярты кәүҙәһен кәмәгә һөйрәп мендереп, ҡулдарынан тотоп барҙы Ирек, ярты кәүҙәһе иһә һыуҙа һөйрәлеп килде.Ағымға ҡаршы ҡолға менән этә-этә кәмәсе егеттәрҙең ҡулдары арыны.Кәмә мороно мәктәп яғы ярға килеп терәлеү менән, өлкән ирҙәр ҡатынды күтәреп сығарып, яр башына һуҙып һалдылар...
Шул арала балаларҙың һыуға батыуы тураһындағы ҡот осҡос хәбәр йәшен тиҙлеге менән йылғаның ике ярында йәшәгән ҡалған йорттарҙы ла урап сыҡты.
Лапаҫ аҫтында утын ярып маташҡан Рафаилға ла, күршеһе ҡапҡа аша ғына ҡысҡырып китте.
- Бисәң һыуға батҡан, ҡорҙаш!
Ҡапыл-ғара хәбәр айышына төшөнә алмаған ир турайҙы, балтаһын түмәргә сабып ҡуйҙы ла, елегенә үтеп һыҙлаған сулаҡ ҡулын ыуа-ыуа урамға ы:ғайланы.
Бәй-бәй, ни булғандыр, урам халҡы эреһе-вағы бер булып Ағиҙел ярына эркелә имеш.Ян тыҡрыҡтан килеп сыҡҡан фронтташ ҡорҙашы Рәхимйән дә, ҡапҡа төбөндә аптыранып торған Рафаилға ҡул иҙәне: “Әйҙә, балалар тейәлгән кәмә батҡан икән!”
Ирҙең йөрәге ҡупты, бөгөн ике-өс көнлөк почта хаттары, гәзит-журнал менән Фәхернисаһы ҡайтырға тейеш тә һуң.Быуындары ҡапыл бушап, аяҡтары тыңламаҫ булды. Көс-хәл менән ихатаға инеп, әле генә ошонда тәтелдәп уйнап йөрөгән дүрт йәшлек ҡыҙын эҙләй башланы.
-Зөлфиә, Зөлфиә, тием! Ҡыҙым, әйҙә, һин ҡайҙа?
Бер ҡулына икмәк, икенсеһенә таушалып бөткән ҡурсағын тотҡан ҡыҙы, лапаҫ аҫтында утын ярғандан ҡалған тап-топ менән үҙенсә әтмәләп алған “өйөнән” килеп сыҡты.
-Әйҙә, әйҙә, ҡыҙым, апайыңды күрмәнеңме?
Көндәр матурайып, яҙғы ҡояш йомарт нурҙары менән ерҙе иркәләй башлағас, етенсе йәше менән барған Айгөлөн өйҙә тотоп булмай хәҙер. Ана бит, атаһы күрмәгәндә ни арала тиңдәштәре менән уйнарға сығып һыҙған. Бәләкәсен, артынан эйәрмәһен өсөн, ҡалын итеп теленгән икмәккә мул итеп май һылап, өҫтөнә шәкәр ҡомо һирпеп ҡулына тоттороп, әүрәтеп ҡасҡан инде.
Рафаил һыңар ҡулы менән ҡыҙының тараҡ үткеһеҙ ҡалын, тыңлауһыҙ сәстәрен һыйпаштырғылап йүнәтте лә етәкләп Ағиҙел буйына ыңғайланы.Улар барып еткәндә был яҡта ла, ҡаршы ярҙа ла халыҡ һабантуй һымаҡ ҡайнай ине.Айгөлө лә бында икән.Атаһы менән һеңлеһен күреү менән шарылдап илап ҡаршы йүгерҙе.
- Әсәмде ҡотҡарығыҙ! Әсәмде!.. Атай, атай, әсәм аҡты!..
Ул урынында сыҙамай, өйөрөлөп-өйөрөлөп, ҡысҡырып илап, бер сүгәйҙе, бер торҙо.Яҡлау өмөт итеп атаһына ҡараны.
Рафаил бер ни ҙә өндәшмәне, тик кескәй ҡыҙының ҡулын нығыраҡ ҡыҫты.Уныһы бер ни ҙә аңламай ҡулындағы икмәген тумыра бирҙе.
Бер урында өймәкләшеп шым ғына гәпләшкән ҡатындар төркөмөнән ҡатынының яҡын ғына әхирәте һаналған, эштәре лә уртаҡ булған, серҙәре лә береккән Ғәтифәнең тауышы ҡолаҡты ярҙы.
- Рапай, ништәп иламайың? Фәхрейең үлде бит!
Үҙе ҡалған ҡатындарға боролоп:”Күҙенән йәше лә сыҡмай бит әле”- тип хәбәрен дауам итте...
Ир ауыр итеп көрһөндө, күҙҙәрен секерәйтеп ҡаршы ярға текләне.Был урында Ағиҙел оторо йәйелеп, ярһыу, киң булып аға шул.Теге яҡта нимәләр булғанын күреп тә, аңлап та булмай.Рафаил торҙо, торҙо ла, бер кемгә лә күтәрелеп ҡарамайынса, һыңҡылдап илап тауышы бөткән Айгөл менән сәсе ялбырап киткән бәләкәс 
ҡыҙын етәкләп әкрен генә ҡайтыу яғына ыңғайланы...
Ҡатыны иҫән ине...Күп һыу йотҡан Фәхернисаны ике ир тәгәрәтеп ҡоҫторҙо, шунан яр буйында ғына йәшәгән ҡәйнешенең урындығына индереп һалдылар.Иҫенә килеп күҙен асыу менән, ҡатын иң беренсе: “Сумкам...Почта...” - тип өҙөп-йыртып өндәште. Ирек:”Яныңда ул, әсәй, бында! Тик бөтә нәмә лә еүеш”- тип әсәһен тынысландырырға тырышты.
Иң беренсе мөһим хаттарҙы, унан журналдарҙы бер урындыҡ итеп киптерергә йәйеп һалдылар, унан сират бер-береһенә йәбешеп бөткән гәзиттәргә етте.Өс көнләп, йүнәлеп киткәнсе ятты был өйҙә Фәхерниса. Хужабикә уны ашатып-эсереп, тәрбиәләп аяҡҡҡа баҫтырып ҡайтарҙы.
...Был ваҡиғаға күпме йылдар үтһә лә, Иректең бала саҡтан күңел төбөндә ҡалған ошо Ағиҙелдән ҡурҡыуы бөтмәне.Йыш-йыш төшөндә йә боҙло, еүеш, тайғаҡ бүрәнә баҫманан сыға алмай ҡолап төшә, йә мул һыулы, буръяҡ, ташҡын йылғаны йөҙөп сыға алмай батҡанмын икән, тип һаташа.Ҡурҡып уяна ла, төш кенә икәнен аңлағас, еңел тын алып ҡуя.
Хәҙер Ағиҙел ярҙарын аҫылмалы, тирә-яғы селтәр менән үрелгән заманса күперҙәр генә тоташтыра: касмуй ҙа, ағас кәмә лә, күрше ауылды тоташтырып торған паром да юҡ.Тыуған ауылына ҡунаҡҡа ҡайтҡанда Ирек шул аҫылмалы күперҙә тын ғына йылға өҫтөн күҙәтеп торорға ярата.Йыуашайған икән ажар Ағиҙел: элекке төпһөҙ ятыуҙар һайыҡҡан, һыуы кәмегән, шаршы урындарын тубыҡҡа ла етмәй кисеп сығып була.Һай-һайлап ҡысҡырышып һал да ағыҙмайҙар, кистәрен яр буйҙарында унда-бында яҡҡан усаҡтар ҙа елпелдәмәй, йыр- моң, гармун тауыштары ла күптәнән тынған...Ҡыуғын урынына иртә йәйҙән көҙгә тиклем бер туҡтауһыҙ резина кәмәләрҙә, катамарандарҙа экзотика көҫәгән туристар ғына аға ла аға.Ауыҙлыҡланылар ярһыу Ағиҙелде лә!
 
Фото Л. Абзалилова
Автор:
Читайте нас