

Данис Иҫәнбаев үҙ теләге менән Ватан һағына баҫып, Себер-Әхмәт полкы составында ил именлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән һәм тыуған яғына иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәрҙең береһе. Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла хәрби бурысын уҡсы булараҡ үтәгән.
Илдә өлөшләтә мобилизация башланғас уҡ ике туған ағайым менән ил һағына баҫырға әҙер инек. Уның сиктәрендә барып булмағас, 2022 йылдың ноябрендә контракт төҙөп, яуға киткән һалдаттарға ҡушылдыҡ. Һәр көслө зат үҙ ғаиләһен, йәшәгән төбәген, Ватанын һаҡларға тейеш. Уға ҡурҡыныс янағанда, ирмен тигән ир Тыуған ил яҙмышына бер нисек тә битараф ҡала алмай. Рәсәй - беҙҙең ғәзиз Ватаныбыҙ! - ти Мәләүез егете.
Уның ил һағына баҫырға тигән ныҡлы ҡарарын һөйгәне Елена ла хуплай. Бер-береһен яратҡан йәштәр, һалдатҡа яуға китергә бер көн ҡалғас, мөнәсәбәттәрен законлаштыра. Бөгөн уның ҡатыны Мәләүез ҡалаһы һәм Мәләүез районы буйынса суд приставтары бүлегенең суд приставы - башҡарыусыһы булып эшләй. Иҫәнбаевтарҙың бер йәш тә бер айлыҡ Алиса исемле ҡыҙҙары үҫә.
Илһөйәр яугир ғаиләһенең татыу, мөхәббәтле һәм бәхетле булыуын теләйбеҙ!
Фото архивтан.