

Ҡурҡыу белмәҫ, тәүәккәл улдарҙы шундай уҡ ҡыйыу холоҡло әсәйҙәр үҫтерәлер тигән уй сираттағы йорт тупһаһын аша атлап ингәндә түгел, ә күпкә алдараҡ: һөйләшеүгә ризалыҡ һорап әңгәмәсемә шылтыратҡан ваҡытта уҡ тыуғайны.
Ысынлап та, ил һаҡларға тип күтәрелеп сығып киткән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәрҙе үҙе лә тормош ауырлығы алдында юғалып ҡалмай, уларҙы һынмай-һығылмай, лайыҡлы еңә белгән ҡатын-ҡыҙ ғына тәрбиәләй алалыр ул.
Һәр бала, тәү сиратта, ата-әсәнән өлгө ала, йәшәргә лә иң яҡын кешеләренән өйрәнә.
Люциә Йәнғәли ҡыҙы Мырҙашева менән уның яҙмышы, Руслан улы хаҡында һөйләшкәндә, Рәсәй Геройына ғүмер биргән әсәнең үҙенең дә яугир холоҡло, шул уҡ ваҡытта һәр гүзәл зат кеүек, күҙ йәштәре аша донъяға йылмайып ҡарай алған нескә күңелле, яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж ҡатын-ҡыҙ булыуына ҡат-ҡат инанылды.
Буласаҡ Рәсәй Геройы, ҡаһарманлығы «Батырлыҡ» орденына лайыҡ Руслан Мәмбәтов 1987 йылдың 20 ноябрендә Иркутск өлкәһендә донъяға килә. Ул ике йәшлек саҡта ата-әсәһе Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән ҡасабаһына күсеп ҡайта. Бер аҙҙан яҙмыш һуҡмағы ғаиләне Күгәрсен районына, һуңынан Салауат ҡалаһына алып китә. Хәрби хеҙмәт йәше тулғас, Руслан Салауат хәрби комиссариатынан армияға алына. Ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, күп ир-егеттәр кеүек, алыҫ Себер тарафында монтажсы, быраусы ярҙамсыһы, водитель булып эшләй. Эшлекле була Руслан.
- Мәктәптә уртаса, «малайҙарса» уҡыны ул. Тик холҡо буйынса тормошта бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫлыҡ кеше ине. Ҡулынан килмәгән эше булманы үҙенең. Тотонғанын еренә еткереп, «һә» тигәнсе эшләп ҡуя торғайны. Ҡала балаһы булып үҫһә лә, ауылға ҡайтып бесәнен дә эшләне, көтөүен дә көттө. Күптәр улымды тура һүҙлерәк, әммә иҫ киткес асыҡ күңелле, кешеләргә ышаныусан итеп хәтерләй, - ти әсә.
Ул тап ошо урында уйлағанын әйтеп барған, алдына алғанын фәҡәт башҡарып ҡуйған, бүтәндәрҙең ҡыйыулығы етмәгән аҙымдар яһай белгән улына бәйле ҡыҙыҡ хәлдәрҙе лә иҫләп көлөп алды.
Илдә көсөргәнешле хәл килеп тыуғас, яҡташыбыҙ контракт төҙөп, үҙ теләге менән хәрбиҙәр сафына баҫа.
Руслан Тәлғәт улы махсус хәрби операция биләмәһендә снайпер булып хеҙмәт итә.
- Украинаға китергә йыйынғанын белмәнем дә, беҙгә әйтеп тормай ғына ҡарар ҡабул иткән булып сыҡты, - тип һүҙен дауам итә Люциә Йәнғәли ҡыҙы.
Илһөйәр егеттең тәүәккәлеге һәм ҡыйыулығы ошондай етди аҙымда ла сағылыш тапмай ҡалмай.
Әңгәмәсемдең телефонында һаҡланған фотоларҙы барлағанда, уларҙың һәр ҡайһыһынан баһадир кәүҙәле, етди ҡарашлы егет баға. Бына ул иркен яланда көтөү көтә, икенсе рәсемдә лә эш өҫтөндә, өсөнсөһөндә яҡын кешеләре янында төшкән...
Фоторәсемдәр араһында хәрби кейемдә, ҡулына ҡорал тотоп торған «Шах» ҡушаматлы һалдат ҡарағандары ла байтаҡ.
«Мин ҡайтырмын, әсәй!» тип Ватан һағына баҫҡан Руслан Мәмбәтов тыуған яғына үҙ иленең тоғро һәм ҡыйыу һаҡсыһы, ысын Геройы булып әйләнеп ҡайта...
Фото архивтан.