Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
21 Март 2025, 06:31

«Китап байрамы» Еңеүҙең 80 йыллығына һәм МХО геройҙарына арнала

Быйыл 23-25 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында йәнә «Китап байрамы» ойошторола. Был юлы фестиваль программаһы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм МХО геройҙарына бағышлана, тип яуап бирҙе Радий Хәбиров «Ирҙәрсә һөйләшеү» республика профилле сменаһында ҡатнашыусының һорауына. Сағыу байрамға әүерелгән «Китап байрамы» өсөнсө тапҡыр үткәрелә.

«Китап байрамы» Еңеүҙең 80 йыллығына һәм МХО геройҙарына арнала«Китап байрамы» Еңеүҙең 80 йыллығына һәм МХО геройҙарына арнала
«Китап байрамы» Еңеүҙең 80 йыллығына һәм МХО геройҙарына арнала

«Ә 29 майҙан 1 июнгә тиклем беҙ «Әйҙә уйнарға» фестивален ойошторабыҙ. Шулай уҡ быйыл йәй Совет майҙаны «Геройҙар дәүере» патриотик йыр фестивален уҙғарыу урынына әүерелә, көҙ көнө барыһын да «Көҙ романтикаһы» классик йыр фестивалендә көтәбеҙ», – тине Радий Хәбиров, хәбәр итте "Башинформ".

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас