Антон Иванов сығышы менән Бишбүләк районынан. Башҡорт батальонында подразделение ойошторолғандың тәүге көндәренән үк пилотһыҙ осоу аппараттары взводының расчет начальнигы булып хеҙмәт итә.
«Африка» — һауа разведчигы, дошмандың ҡайҙа икәнен асыҡлай, тип хәбәр итте "Башинформ".
Иванов тураһында Стәрлетамаҡтан «Башҡорт» позывнойлы полкташы былай тип һөйләне:
«Минең «Африка» позывнойлы яуҙашым хәрби хәлде контролдә тота. Башҡа батальондар өсөн дә эшләй тип әйтергә мөмкин», — тине «Башҡорт».
Антон Иванов батырлығы һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн Батырлыҡ ордены, генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2024 йылдың 9 декабрендә — Ватан Геройҙары көнөндә Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы Денис Пушилин Башҡортостан яугиренә Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы йондоҙон тапшырҙы.