Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
8 Апрель 2025, 12:50

Мәләүездә «Еңеү танкыһы» конкурсы үтте

7 апрелдә ҡаланың йәш техниктар станцияһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы сиктәрендә «Еңеү танкыһы» фәнни-техник һәм инновацион ижад конкурсы үтте.

Мәләүездә «Еңеү танкыһы» конкурсы үттеМәләүездә «Еңеү танкыһы» конкурсы үтте
Мәләүездә «Еңеү танкыһы» конкурсы үтте

7 апрелдә ҡаланың йәш техниктар станцияһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы сиктәрендә «Еңеү танкыһы» фәнни-техник һәм инновацион ижад конкурсы үтте.

Унда баһалама комиссияһы ағзалары итеп үҙ ваҡытында танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән яҡташтар Фәнис Бикташев, Фәрит Үҙәнбаев, Виктор Оглоблин, Ирек Абдулаев саҡырылғайны.

Конкурс мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы проект эшмәкәрлегенә йәлеп итеүгә, макет, модель, прототип һәм әҙер әйбер булдырыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ нимәлер уйлап табыу, конструкциялау, моделләштереү һәләтен формалаштыра.

 Ижади конкурста өс номинацияла функциональ, 3Д һәм стенд моделдәре буйынса ун биш ҡыҙыҡлы проект тәҡдим ителде.

Сара барышы хаҡында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында баҫылыр.

Автор фотолары.  

Мәләүездә «Еңеү танкыһы» конкурсы үтте
Мәләүездә «Еңеү танкыһы» конкурсы үтте
Мәләүездә «Еңеү танкыһы» конкурсы үтте
Мәләүездә «Еңеү танкыһы» конкурсы үтте
Мәләүездә «Еңеү танкыһы» конкурсы үтте
Мәләүездә «Еңеү танкыһы» конкурсы үтте
Мәләүездә «Еңеү танкыһы» конкурсы үтте
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас