Ошо көндәрҙә райондың «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютында булды. Улар лагерҙы ябыу тантанаһына саҡырылғайны.
Ойошма етәксеһе Салауат Нурлыбаев, район ветерандар советы һәм Эске эштәр бүлеге йәмәғәт советы рәйесе Виктор Воробьев, ойошма ағзалары, ирекмән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир балалар һәм үҫмерҙәр менән илһөйәрлек тураһында әңгәмәләште.
Киләсәк быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙә, уларҙың күңелендә Ватанға һөйөү, тоғролоҡ кеүек тойғолар һалыуға арналған һөйләшеү барышында балалар яуҙағы хәлдәр, беҙҙең һалдаттарҙың ҡаһарманлығы тураһында белергә теләп, махсус хәрби операция яугиренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Тәрбиәләнеүселәр саҡырылған ҡунаҡтарға үҙ ҡулдары менән яһаған бүләктәрен тапшырҙы, шулай уҡ йыр йырлап, шиғыр һөйләп ишеттерҙе.
Йәмәғәт ойошмаһы балаларға Маҡтау грамоталары, татлы күстәнәстәр һәм иҫтәлекле бүләктәр әҙерләгәйне. Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыу күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Автор фотолары.