Бөгөн ҡаланың 1-се мәктәбендә белем алған 2-се һәм 3-сө класс уҡыусыларына ГТО таныҡлығы һәм билдәһе тапшырылды.
2024 йылда нормативтарҙы уңышлы үтәгән өсөн 359 уҡыусы тантаналы шарттарҙа таныҡлыҡ һәм билдә алды. Сәхнәгә иң әүҙем, ныҡышмал, маҡсатҡа ынтылыусандар күтәрелде.
2025 йылда 1-се мәктәптә 812 бала һәм 42 уҡытыусы спорт һәм әүҙем тормош рәүешенә ҡушылған. Балаларҙы ГТО һынауҙарын уңышлы үтеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Автор фотолары.